Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 07 июнь 2012
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре
Яҙ кәйефе, уның күтәренке рухы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тормошонда айырыуса сағыу төҫ ала: театр сәхнәһендә спектаклдәр үҙ тамашасыһын һөйөндөрә тора, шул арала гастролдәр менән райондарға сәфәр сығыу осоро уңышлы алып барыла.
8 июндән 14 июнгә тиклем академтеатр гастролдәр менән республикабыҙҙың көньяҡ райондарына юлланасаҡ. Үҙ тамашасыһына театр артистары балаларҙың яратҡан тамашаһына әүерелгән «Алтын асҡыс» әкиәтен (Л.Толстой, реж. А.Абушахманов) һәм театрлаштырылған тамаша тәҡдим итәсәк. Театрлаштырылған тамашала театрҙың алдынғы артистары – Хөрмәтулла Үтәшев, Рәүис Заһитов, Миңзәлә Хәйруллина, Алмас Әмиров, Ильдар Сәйетов, Алһыу Бәхтиева, Гөлнара Әмирова, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева һ.б. ҡатнашасаҡ.
«Алтын асҡыс» әкиәте
9 июнь – 17.00 сәғ., Хәйбулла районы «Березка» лагерында
10 июнь – 17.00 сәғ., Хәйбулла районы «Аҡсарлаҡ» лагерында
11 июнь – 12.00 сәғ., Хәйбулла районы Мәмбәт ауылында
12 июнь – 16.00 сәғ., Хәйбулла районы Целинный ҡасабаһында
13 июнь – 18.00 сәғ., Йылайыр районы, Юлдыбай ауылында
14 июнь – 18.00 сәғ., Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылында ҡуйыла.
Театрлаштырылған тамашаны
9 июнь – 21.00 сәғ., Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы,
10 июнь – 22.00 сәғ., Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы,
11 июнь – 15.00 сәғ., Хәйбулла районы Мәмбәт ауылында,
22.00 сәғ., Хәйбулла районы Таштуғай ауылы,
12 июнь – 22.00 сәғ., Хәйбулла районы Целинный ҡасабаһы,
13 июнь – 22.00 сәғ., Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы,
14 июнь – 22.00 сәғ., Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы халҡы ҡарай аласаҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө