Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Февраль. Буран...» исемле тамаша әҙерләй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 03 февраль 2012
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Февраль. Буран...» исемле тамаша әҙерләй
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасыларға шиғриәт донъяһына сәйәхәт ойоштормаҡсы. Әле Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған яңы премьераға әҙерлек бара.
Рәми Ғариповтың көндәлеге буйынса әҙерләнгән театрлаштырылған тамаша «Февраль. Буран» тип атала. Сәхнәлә тамашасылар шағирҙың ҡатынын, ҡыҙын, тарихи шәхестәрҙе уйнаған ижади көстәрҙе күрәсәк. Ә төп ролде - шағирҙың эске донъяһын, кисерештәрен, һыҙланыуҙарын - йәш актерҙар еткерә. Үҫмер сағын Фирғәт Ғарипов күҙ алдына баҫтырһа, йәшлек йылдарын Артур Кәбиров уйнай. Бөйөк шәхестең тормошона, ижадына байҡау яһаған уникаль проектта Рәми Ғариповтың бик күп шиғырҙары яңғыраясаҡ. Илем, халҡым тип янып йәшәгән әҙиптең тормошона мөрәжәғәт итеү юҡҡа түгел. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, киләсәктә ул тулы спектакль булырға тейеш.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында егерме биш йылдан ашыу эшләүсе шағирҙың ҡыҙы, концертмейстер, педагог Гөлнара Ғарипова был тамашаға бик һөйөнә, тулҡынланыуын йәшермәй.
Рәми Ғарипов уратып алған бер нәмәгә лә битараф ҡала алмай. Ғәҙеллек ярата. Әҫәрҙәрен уҡығанда ла донъяға үҙ ҡарашы барлығына инанаһың. Шағир ысынлап та, матурлыҡҡа, батырлыҡҡа һоҡланып йәшәй һәм ижад итә. Тик тормоштоң әсе ысынбарлығы менән осрашып, февралдең ҡарлы-буранлы көнөндә мәңгегә арабыҙҙан китә.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө