Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Әнғәм Атнабаевтың ижади кисәһе үтәсәк

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Әнғәм Атнабаевтың ижади кисәһе үтәсәк
23-сө февралдә Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Әнғәм Атнабаевҡа 85 йәш тулыр ине (1928-1999). Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 16-сы февралдә ошо датаға арналған «Әйтергә һүҙҙәрем ҡалды» тигән әҙәби кисә үткәрә.
Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Әнғәм Атнабаев Башҡортостандың Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлап, Ҡазан дәүләт педагогия институтында уҡығандан һуң, ул үҙенең тыуған районы мәктәптәрендә бер нисә йыл әсә теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
1951 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм республиканың “Ҡыҙыл таң” газетаһы редакцияһында башта — әҙәби бүлек сотруднигы, һуңғараҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй.
1958 йылда уның тәүге шигырҙар йыйынтығы — «Йәшлек менән осрашыу» донъя күргән. 1972 йылда уға «Йөрәгем юлдары» тигән поэтик йыйынтығы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелә.
Алтмышынсы йылдарҙа, Әнғәм Атнабаев драматургия өлкәһендә эшләй башлай. Уның «Ул ҡайтты» (1959), «Йәйҙең һуңғы конө», «Әсә хөкөмө» (1963) «Законлы никах менән!» (1965), «Шоңҡар» (1967), “Мөхәббәт тураһында Йыр” (1968), «Балаҡайҙарым» (1909), «Игеҙәктәр» (1971), «Ут» (1975), «Ҡаҙ ҡанаты» (1978), «Ауыр бәхет» (1980) тигән драматургик әҫәрҙәре бар. Театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн уға 1977 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелде.

Кисәлә Башҡортостандың танылған сәнғәт оҫталары, яҙыусының ҡәләмдәштәре ҡатнашасаҡ. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ һәм Әнғәм Атнабаевтың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеләсәк. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb