Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрында «Туғанлыҡ» фестиваленә йомғаҡ яһалды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 14 сентябрь 2012
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрында «Туғанлыҡ» фестиваленә йомғаҡ яһалды
6 сентябрҙән 13 сентябргә тиклем Өфөлә төрки теле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» фестивале үтте. Спектаклдәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма, Рус Дәүләт академия, Өфө «Нур» Дәүләт татар, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр һәм Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театрҙары сәхнәләрендә күрһәтелде. «Туғанлыҡ» фестивалендә төрки телле дәүләттәр һәм Рәсәй төбәктәренән йәмғеһе 15 театр ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә Башҡорот дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортстандың халыҡ артисы, ҡурайсы, йырсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған тантаналы кисә, Милли музейҙа “Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр” тигән темаға ғилми-ғамәли конференция ойошторолдо. 14 спектаклде тугыз меңнән артык тамашасы караны.
Һөҙөмтәләр 13 сентябрҙә иғлан ителде. «Иң яҡшы спектакль» тип Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артистары башҡарыуында «Мәскәү-Васютки» спектакле танылды. Төп ролде башҡарыусы Филарит Бакиров «Иң яҡшы ир-егеттәр роле» номинацияһында билдәләнде. «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында «Ай тотолған төндә» пьесаһы буйынса эшләнгән «Затмение» тигән спектакль өсөн Айрат Әбүшахманов бүләкләнде. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы Ҡумыҡ театрынан Тоту Асаеваға бирелде.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө