Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мөхәббәткә дан йырлап
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Мөхәббәткә дан йырлап
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин – башҡорт эстрадаһының уңған ир-егеттәренең береһе.
Башҡортостан радиоһы “Юлдаш” каналының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, яңылыҡтар бүлегендә эшләүҙән тыш, тамашасыларҙы әленән-әле яңы йырҙары менән ҡыуандырып тора, концерттарҙа даими сығыш яһай. Төрлө сараларҙа ҡатнаша, байрамдар алып бара. Кемдер ваҡыт етмәүгә һылтанып йөрөгәндә, Фәрүәз әллә күпме эш башҡарып та өлгөрә. Быйыл йәй ул Ғәзим Ильясов менән бергә Көйөргәҙе районындағы “Тоҙло күл”, Күгәрсен районындағы “Урман әкиәте” ял базаларында, Нөгөш һыу һаҡлағысында матур йолаға әйләнгән концерт-дискотекала сығыш яһаған. Хатта беренсе тапҡыр Асылыкүлгә лә юлдары төшкән. Шулай уҡ тыуған ауылы Юлыҡта (Ғафури районы) үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында моңло йырҙары һәм байрам концертын алып барыуы менән ауылдаштарын ҡыуандырған ул.
Йәйге ялдар, гастролдәр мәле тамамланып, әүҙем концерттар миҙгеленә аяҡ баҫыу менән Фәрүәз ең һыҙғанып эшкә тотондо. Һәм тәүгеләрҙән булып Өфө тамашасыларын өр-яңы концерт программаһы менән һөйөндөрөргә йыйына. Әле әҙерлек эштәренең иң ҡыҙған мәле, репетициялар бара. Концертта мотлаҡ рәүештә Фәрүәздең сәхнә пары, иҫ киткес моңло тауыш эйәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминева сығыш яһаясаҡ.
“Сибәрҙәрҙе сибәр
яратыр,
Һөйөү урманына
ҡаратыр.
Моңһоуланып
ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр
таратыр?”
Был йыр һәр кемгә таныш, һәр кемдең күңеленә яҡын. Резеда Әминева менән Фәрүәз Урманшин ошо йырҙы башҡарғандан һуң бер нисә йыл элек халыҡ уларҙы хатта өйләндереп тә ҡуйғайны. Аллаға шөкөр, Фәрүәз дә, Резеда ла үҙ ғаиләһендә айырым-айырым матур тормош көтә, балалар үҫтерә.
Яратҡан тамашасыларына Фәрүәз менән Резеда тағы ла яңы йырҙар әҙерләй. Лариса Абдуллина һүҙҙәренә Ильяс Аллаяров ижад иткән “Мин һағынам” йырын тере тауышта, тәүгеләрҙән булып ишеткегеҙ киләме?
Улайһа, Фәрүәз Урманшиндың 25 сентябрҙә – ӨМЭПБ, 27 сентябрҙә Йәштәр мәҙәниәт һарайҙарында үтәсәк “Йөрәгеңдә йәшәр серең булһын” исемле концертына рәхим итегеҙ!
Ғайсар Миңлеғолов, Филүс Ҡасимов, Гөлнара Әхмәҙиева, Йәмил Ишмөхәмәтов ҡатнашҡан кисәлә. Фәрүәздең улы, “Тамыр” студияһының яҡты “йондоҙо” Азамат та яңы йырҙары менән сығыш яһаясаҡ.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө