Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында премьера!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 16 декабрь 2011
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында премьера!
Яңы йыл яҡынлашһа, һәр кемдең күңеле мөғжизәгә ышана, хыялдарҙың ҡабул булыуын көтә башлай. Гүйә, Яңы йыл байрамы – серле әкиәт донъяһы! Ә йөрәк хыял-өмөттәрҙән талпына икән, ниңә был ап-аҡ ҡоласлы ҡыш илендә мөғжизәгә бары бер аҙым ҡаршы атламаҫҡа?!
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәр ваҡыт һеҙҙең ҡәҙимге тормошоғоҙға бер аҙ тылсым өҫтәргә әҙер. Һис тә шаштырыу түгел был: Яңы йыл алдынан театр кескәйҙәр өсөн мауыҡтырғыс мажаралар әҙерләй – ошо көндәрҙә Р.Киплингтың әҫәре буйынса әҙерләнгән «Маугли» әкиәте (Ҡуйыусы-режиссер – Д.Сиразиев исемендәге премия лауреаты Айрат Абушахманов, режиссер - Илсур Ҡаҙаҡбаев) көтөлә һәм балаларҙың яратҡан йәнһүрәтенә әүерелгән «Смешариктар»ҙың геройҙары Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән берлектә шыршы тирәләй әкиәткә саҡыра. Һалҡын ҡыштарҙың шыҡһыҙ кисендә Маугли, Шер-хан, Табаки, Балу, Акела һәм башҡа әкиәт геройҙары менән джунглины иңләргә, мөғжизә донъяһының һулышын тойорға теләһәгеҙ, театрға рәхим итегеҙ! Премьера көнө - 23 декабрь. Был көндө һеҙҙе тиктормаҫ, ҡунаҡсыл смешариктар ҙа ҡаршы аласаҡ.
Рита Хәсәнова
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры
ның әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө