Яңы йыл яҡынлашһа, һәр кемдең күңеле мөғжизәгә ышана, хыялдарҙың ҡабул булыуын көтә башлай. Гүйә, Яңы йыл байрамы – серле әкиәт донъяһы! Ә йөрәк хыял-өмөттәрҙән талпына икән, ниңә был ап-аҡ ҡоласлы ҡыш илендә мөғжизәгә бары бер аҙым ҡаршы атламаҫҡа?!