Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Матурлыҡҡа ғашиҡ йәркәйҙәр
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Матурлыҡҡа ғашиҡ йәркәйҙәр
“Сәскәләргә ҡарап һоҡланабыҙ, сәскәләрҙән, гүйә, нур тама”, тип йырларға мәжбүр була күңелдәр был тамашала. Әкиәттәрҙә генә күреп өйрәнгән ысын мөғжизәгә тиң түгелме ни сәскәләр байрамы?! Үрге Йәркәй ауылында үткән сара матурлыҡ иленән сағыу күренеш булды.
Кеше нимәне яратһа, ул үҙе лә шуға оҡшаш була, тиҙәр. Сәскә яратҡандарҙың күңел донъяһын күҙ алдына килтерегеҙ инде. Тап шундай сафлыҡҡа, гүзәллеккә ғашиҡ кешеләрҙе бергә йыйҙы Илеш районы үҙәгендә үткән “Сәскәләр байрамы”. Оҫталар бер-береһе менән танышып-аралашып, орлоҡ-үҫентеләр, кәңәштәр менән уртаҡлашты. Мәҙәниәт йылына арналған сарала райондың ун алты ойошмаһы, шәхси хужалыҡтар, оҫталар ҡатнашты.
Илеш махсус (коррекцион) мәктәп-интернаты, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия, 3-сө балалар баҡсаһы, Нефтекама ҡалаһына ҡараған «Илеш районындағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм йәш үҫмерҙәрҙе реабилитациялау бүлексәһе» үҙҙәренең хеҙмәт һәм ижад емештәре менән жюри ағзаларының яҡшы баһаһын алды. Һәр ойошма, коллектив сараны ойоштороусыларҙың төрлө номинация дипломдарына, бүләктәренә лайыҡ булды. Гөлсимә Решетникованың оригами күргәҙмәһенә һоҡланмаған кеше ҡалманы.
Балаларҙың сәскә кейемендә мода күрһәтеүе байрамды тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе. Шулай уҡ үҙенсәлекле итеп биҙәлгән «Балалар арбалары парады» иғтибарҙы йәлеп итте. Унда ҡатнашҡан һәр ғаилә үҙе менән таныштырып, бай фантазия ҡулланып биҙәлгән балалар арбаһын күрһәтте, ҡыҙыҡлы сығыш яһаны.
Ғүмере буйы сәнғәткә ғашиҡ, халҡына тоғро хеҙмәт иткән Рәлинә менән Ғилмулла Ғабдуллиндарҙың, Флүзә һәм Ришат Абдуллиндарҙың сығышы, шулай уҡ район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Фәнис Яхин менән Эльвира Миңлеғолова ойошторған бәйгеләр, йәштәр ҡуйған тамаша ла сәскә байрамына биҙәк өҫтәне.
Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө