Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре…
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 05 март 2012
Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре…
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт йортонда «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһенең Гала-концерты үтте. Аҙна дауамында ун ике ҡыҙҙың тәбиғи матурлығы, күңел байлығы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эфирға сыҡҡан «Һылыуҡай көндәлеге» аша танышып барған тамашасылар ҡыҙҙарҙы сәхнәнән алҡышланы.
Егерме йыл элек уҙғарыла башлаған матурлыҡ бәйгеһе - яҙ һәм гүзәллек байрамы республикабыҙға ғына түгел, хатта бөтә донъяға йөҙләгән һылыуҡай тәрбиәләне. Уларҙың күбеһе республика, Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылыу яуланы. Быйылғы «Һылыуҡай» конкурсы «Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу» йылына арналды. Баһалама ағзалары ҡыҙҙарҙың сибәрлегенән, һомғоллоғонан тыш, күңел донъяһына ла иғтибар бүлде.
Ун ике һылыуҡай сәхнәлә үҙен дефиле, бейеү буйынса һынаны. Тамашасыларҙың һорауына яуап биреп, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны. Ҡыҙҙарҙың сығышына тамашасылар дәррәү алҡышланы. Быйылғы бәйгенең төп үҙенсәлеге кисәгә башҡа йылдарҙа еңеү яулаусылар ҙа саҡырылғайны.
«Һылыуҡай -2012» конкурсы еңеүсеһе тажын 22 йәшлек Стәрлетамаҡ ҡыҙы Ләйсән Ғәрифйәнова кейҙе. Өсөнсө урын Салауат районы ҡыҙы Алина Мораҙымоваға бирелһә, икенсе урынға Өфө һылыуы Ләйсән Ғасимова лайыҡ булды. Беренсе урынды Миәкәнән Әлиә Исмәғолова яуланы. Ә «тамашасы һөйөүе» титулы Иглин районы гүзәле Гөлназ Ҡотлозамановаға бирелде.
Конкурста ҡатнашыусы һылыуҡайҙар номинациялар буйынса бүләкләнде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән Республика Халыҡ ижады тарафынан ойошторолған гүзәллек бәйгеһе матур тәьҫораттар уятып тарихта ҡалды. Яҙ һәм гүзәллек байрамы булып… Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө