Милли әҙәбиәт – ил именлегенә нигеҙ

Милли әҙәбиәт – ил именлегенә нигеҙ

Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау сиктәрендә Өфөлә Рәсәйҙең, Башҡор­тостандың Мәҙәниәт министрлы­ҡтары, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ, республиканың Мәғариф министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған “Мәҙәниәттәр бәйләнешендә милли әҙәбиәт: рух тәрбиәләүсе һәм туплаусы ҡеүәт” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Рәсәй халыҡтары ассамблея­һы йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Игорь Круговых үҙ сығышында Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен тәржемә итергә кәрәклеге хаҡында аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. “Мәҙәниәт өлгөләре, әҙәби әҫәрҙәрҙең алдынғылары беҙҙә үҙ-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ тойғоларын тәрбиәләйәсәк, Әҙәбиәт йылында беҙ был юҫыҡта бер нисә семинар үткәрҙек, киләсәктә лә был эште дауам итергә иҫәп тотабыҙ”, – тине ул, фекерен йомғаҡлап.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина Рәсәйҙең берҙәм­леге, ныҡлығы төбәктәрҙең үҫешенә бәйле булыуын ­бил­дә­­ләп, республикабыҙҙа күп милләттәр үҙ-ара аңлашып йәшәүен, бер-береһенә терәк булырға әҙер булыуын бе­л­дерҙе. Ул шулай уҡ донъя әҙәбиәтенә башҡорт ере күп данлыҡлы шәхестәр биреүе хаҡында ла әйтеп үтте.
И. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Виталий Родионов “Этномәҙәни милләттең үҫеш осоронда сыуаш әҙәбиәтенең берләштереү роле” исемле док­лад менән сығыш яһаны. Пленар ултырышта шулай уҡ “Кызыл таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов телмәрендә ваҡытлы матбуғат­тың һәм әҙип һүҙенең халыҡҡа, йәмғиәткә йоғонтоһо тураһында һөйләне. Тәржемә эше хаҡын­дағы һүҙгә әйләнеп ҡайтып, Гөлнур Хөсәйенова “Ҡырғыҙ­ҙарҙың “Манас” эпосын ­баш­ҡорт­саға тәржемә итеү – ул ­баш­ҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡ­тарының үҙ-ара аралашыуына юл” тип аталған докладында халыҡ әҫәрҙәрен ауҙарыу үҙен­сәлектәрен бәйән итте. Төрки телдәр булһа ла, был ике халыҡ­тың боронғо эпос­тарында аңлат­ма биреп китергә тейешле урындар ҙа табылған.
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратова йәш быуынды төрлө мәҙәниәттәр менән ҡыҙыҡ­һындырып үҫтереүҙә һәм милли китаптарҙы халыҡҡа еткереүҙә китапханаларҙың ролен билдә­ләне. Әйткәндәй, Әҙәбиәт йылы уңайынан төп китапханала көн һайын китаптарҙың исем туйы, яҙыусылар менән осрашыу, тематик кисәләр һәм башҡа саралар үткәрелеп килде. Был йәһәт­тән Зәки Вәлиди исемендәге китапхана башҡа бик­­ күп мәҙәниәт усаҡтарына өлгө була ала.
Төштән һуң конференция йәнә өс секцияла эшен дауам итте. Унда Әҙәбиәт йылында яҙыусылыҡ эшенең идеологик кимәлгә күтәрелеүе тураһында ла һүҙ булды. Ғөмүмән, әҙәбиәт­кә, уның киң йәмәғәтселеккә тәьҫир итеү юлдары хаҡында тәҡдимдәрегеҙ булһа, һеҙ ҙә Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресына яҙа алаһығыҙ. Милли әҙәбиәт тураһында һүҙ барғанда ситтә ҡал­ма­­ҫһығыҙ, моғайын.
Сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Әҙәбиәт йылында уңышҡа өлгәшкәндәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Яҙыу­сы­лар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев әҙәби ойошма­ның Рәхмәт хаттары менән шулай уҡ әүҙем эшләгән әҙиптәрҙе, музей, китапхана хеҙмәткә­р­ҙәрен тәбрикләне. Календарҙа Әҙәбиәт йылы тамамланыуға барһа ла, ул китаптар, әҙәби әҫәр­­ҙәр аша беҙҙең менән килә­һе йылдарға ла атлар!


Автор: Лариса Абдуллина

"Башҡортостан"гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb