24 ноябрҙә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ инструменттары оркестрының концерты буласаҡ. Был оркестрға донъя музыка практикаһында тиң булырлыҡ оркестрҙар юҡ.
Ижади коллективтың үҙенсәлеге – уның яңғырашында. Унда боронғо башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары, симфоник оркестр инструменттары һәм рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры тембрҙары бергә ҡушылған. Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Калинин был коллективты «донъялағы берҙән-бер оркестр» тип атаған, был һүҙҙәр менән уның уйын ҡоралдары составының һирәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Бөгөнгө көндә был коллективта бөтәһе 42 музыкант эшләй. БР Милли халыҡ инструменттары оркестры 2001 йылдың мартында ойошторолған. Уға нигеҙ һалыусы һәм художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин.