«Ерәнсә сәсәндең ҡырҡ әкиәте»н рус теленә яҙыусы һәм тәржемәсе Илгиз Мостафа улы Кәримов нәшер иткән.
Был китап «Башҡорт коллекцияһы» серияһында өсөнсөһө. «Ерәнсәнең 40 әкиәте» китабы 488 биттән тора. Художество йәһәтенән Диана Фәхрисламова биҙәгән. Сағыу һүрәттәр китаптың эске йөкмәткеһен тағы ла байыта. Әҫәрҙең рецензенты - филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Әхмәт Сөләймәнов.
Боронғо башҡорттар йәшәйеше хаҡында бай мәғлүмәт биреүсе китап «Инеш» нәшриәт йортонда баҫтырылған. Һүрәттәр мәғәнәгә эмоциональ биҙәк өҫтәп кенә ҡалмай, һутлы телле Ерәнсә сәсән йәшәгән дәүерҙе күҙалларға ла ярҙам итә.