Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» һәм «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы-2015» республика конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» конкурсының Гран-приһына Баймаҡ районының Үҙәк китапханаһы (директоры Луиза Дәүләтшина) лайыҡ булды. «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы-2015» бәйгеһендә Шишмә районының 30-сы ҡала китапханаһы (проект авторы — мөдир Рита Ғәзизова) еңеү яуланы.
«Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсының «проза» номинацияһында яҙыусы, сценарист, драматург Шәүрә Шәкүрова, «балалар әҙәбиәте» номинацияһында — Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Кускилдина, «шиғриәт» номинацияһында шағирә һәм тәржемәсе Әнисә Таһирова еңеп сыҡты.
Бүләкләү тантанаһы республика муниципаль берәмектәренең китапханалар системаһы директорҙары кәңәшмәһе барышында уҙҙы. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» VIII республика конкурсының ижади эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо.