Республиканың Милли музейы «Бүләк биреү көндәре» акцияһын үткәрә. Уның барышында Өфө һәм Башҡортостан халҡы музейға йорттарында һаҡланған фоторәссемдәр, документтар, боронғо кейем һәм биҙәүестәр, китаптар һәм башҡа тарихи әйберҙәр тапшыра ала. Ойоштороусылар белдереүенсә, иң раритет экспонаттар биргән кешеләр 2012 йылда Милли музейға бушлай инеү хоҡуғын аласаҡ. Акция 15 декабргә тиклем дауам итә.