Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау сиктәрендә Өфөлә Рәсәйҙең, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ, республиканың Мәғариф министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған “Мәҙәниәттәр бәйләнешендә милли әҙәбиәт: рух тәрбиәләүсе һәм туплаусы ҡеүәт” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Игорь Круговых үҙ сығышында Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен тәржемә итергә кәрәклеге хаҡында аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. “Мәҙәниәт өлгөләре, әҙәби әҫәрҙәрҙең алдынғылары беҙҙә үҙ-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ тойғоларын тәрбиәләйәсәк, Әҙәбиәт йылында беҙ был юҫыҡта бер нисә семинар үткәрҙек, киләсәктә лә был эште дауам итергә иҫәп тотабыҙ”, – тине ул, фекерен йомғаҡлап.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина Рәсәйҙең берҙәмлеге, ныҡлығы төбәктәрҙең үҫешенә бәйле булыуын билдәләп, республикабыҙҙа күп милләттәр үҙ-ара аңлашып йәшәүен, бер-береһенә терәк булырға әҙер булыуын белдерҙе. Ул шулай уҡ донъя әҙәбиәтенә башҡорт ере күп данлыҡлы шәхестәр биреүе хаҡында ла әйтеп үтте.
И. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Виталий Родионов “Этномәҙәни милләттең үҫеш осоронда сыуаш әҙәбиәтенең берләштереү роле” исемле доклад менән сығыш яһаны. Пленар ултырышта шулай уҡ “Кызыл таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов телмәрендә ваҡытлы матбуғаттың һәм әҙип һүҙенең халыҡҡа, йәмғиәткә йоғонтоһо тураһында һөйләне. Тәржемә эше хаҡындағы һүҙгә әйләнеп ҡайтып, Гөлнур Хөсәйенова “Ҡырғыҙҙарҙың “Манас” эпосын башҡортсаға тәржемә итеү – ул башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтарының үҙ-ара аралашыуына юл” тип аталған докладында халыҡ әҫәрҙәрен ауҙарыу үҙенсәлектәрен бәйән итте. Төрки телдәр булһа ла, был ике халыҡтың боронғо эпостарында аңлатма биреп китергә тейешле урындар ҙа табылған.
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратова йәш быуынды төрлө мәҙәниәттәр менән ҡыҙыҡһындырып үҫтереүҙә һәм милли китаптарҙы халыҡҡа еткереүҙә китапханаларҙың ролен билдәләне. Әйткәндәй, Әҙәбиәт йылы уңайынан төп китапханала көн һайын китаптарҙың исем туйы, яҙыусылар менән осрашыу, тематик кисәләр һәм башҡа саралар үткәрелеп килде. Был йәһәттән Зәки Вәлиди исемендәге китапхана башҡа бик күп мәҙәниәт усаҡтарына өлгө була ала.
Төштән һуң конференция йәнә өс секцияла эшен дауам итте. Унда Әҙәбиәт йылында яҙыусылыҡ эшенең идеологик кимәлгә күтәрелеүе тураһында ла һүҙ булды. Ғөмүмән, әҙәбиәткә, уның киң йәмәғәтселеккә тәьҫир итеү юлдары хаҡында тәҡдимдәрегеҙ булһа, һеҙ ҙә Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресына яҙа алаһығыҙ. Милли әҙәбиәт тураһында һүҙ барғанда ситтә ҡалмаҫһығыҙ, моғайын.
Сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Әҙәбиәт йылында уңышҡа өлгәшкәндәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев әҙәби ойошманың Рәхмәт хаттары менән шулай уҡ әүҙем эшләгән әҙиптәрҙе, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне. Календарҙа Әҙәбиәт йылы тамамланыуға барһа ла, ул китаптар, әҙәби әҫәрҙәр аша беҙҙең менән киләһе йылдарға ла атлар!