Башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашыусылар араһында йыл һайын ижади конкурс ойошторола. Быйылғы бәйгелә республиканың туғыҙ тиҫтәгә яҡын училищеһы һәм лицей уҡыусылары ҡатнашты. Уларҙың оҫталығын Вәхит Хызыров рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы. Стәрлебаш районының 107-се һөнәрселек училищеһы уҡыусылары йыл һайын конкурста яңынан-яңы йырҙары менән ҡыуандыра. Был юлы ла улар башҡарыуында яңғыраған башҡорт халыҡ йырын тамашасылар ихлас алҡыштарға күмде.
«Мин - сәнғәт донъяһында» тип аталған конкурс быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Быйыл унда республиканың барлыҡ башланғыс һөнәри белем биреү йорттарынан 800-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Бәйгенең тәүге ике төбәк конкурсы Мәләүез һәм Нефтекама ҡалаларында үтте. Һуңғы этапта ҡатнашыусылар иһә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына йыйылды. Йыл һайын талантлы йәштәргә Рәсәй Президенты премияларын тапшырыу күркәм йолаға әүерелгән. Һуңғы биш йылда юғары наградаға республиканан алты ҡыҙ һәм егет лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ. Шулай ҙа уҡыусылар, Мәскәүҙә сығыш яһау - иң ҙур баһа, тип иҫәпләй. Сөнки талантлы йәштәргә Башҡортостан данын Бөтә Рәсәй конкурсында яҡлау хоҡуғы биреләсәк
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы