«Мин - тере!»

«Мин - тере!»
Ольга Старикованың фильмы 20-24 майҙа Нью-Йоркта үтәсәк «Евразия төнө» фестивалендә ҡатнашасаҡ. Был хоҡуҡты ул «Халыҡ киноһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй кинофестивалендә яуланы.
Ольга Старикова кинокартинала йәмғиәтте борсоған социаль мәсьәләләрҙе күтәрә. Аҡсаһыҙлыҡ, битарафлыҡ һәм табиптарҙың ғәмһеҙлеге. Бигерәк тә авторҙы 10 йәшлек малайҙың яҙмышы борсой. Ул сираттағы прививканан һуң аяҡтан яҙа. Тома етем ҡалған баланы ҡартатаһы яңғыҙы тәрбиәләй. Инвалид коляскаһындағы ейәнен ул дауаханалар буйлап та йөрөтөп ҡарай. Әммә ыңғай һөҙөмтәгә ирешә алмай.
Фәғил Заһитов церебраль фалиждан яфаланған ейәнен аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һала. Шул саҡ осраҡлы ғына бер табипҡа юлыға. Заманса алым менән дауаланыуға өмөт биргән белгескә ул берҙән-бер машинаһын һатып аҡсаһын да бирә. Ә бер нисә айҙан һуң сабый тәүге аҙымдарын яһай.

 «Мин - тере!» фильмы - Ольга Старикованың тәүге ижад емеше. Һөнәре буйынса тарихсы булған режиссерҙы ауыр тормош шарттарында ҡалыусыларҙың яҙмышы борсоуға һала. Автор кисерештәрҙе дөрөҫ сағылдырған, ти «Кино мәктәбе» етәксеһе Булат Йосопов.

Бер атыуҙан - сәпкә, тигәндәре хас та Ольга Старикова кеүектәргә ҡарата әйтелгән, тиерһең. Кинотаҫманың Бөтә Рәсәй фестивалендә юғары баһаланыуы авторҙың оҫталығы хаҡында һөйләй. 38 кинорежиссер араһынан уның эше Нью-Йоркта үтәсәк «Евразия» кинофестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын яулай. Тиҙҙән яҡташыбыҙ Америка Ҡушма Штаттарына юлланасаҡ. Тамашасылар иһә ижади сәфәрҙең емешле буласағына ышана.

Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb