«Мин - ҡатын-ҡыҙ» спектакленә рәхим итегеҙ!

«Мин - ҡатын-ҡыҙ» спектакленә рәхим итегеҙ!

12 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасыларын яратып ҡараған Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған «Мин - ҡатын-ҡыҙ» спектакленә саҡыра. Исеменән үк күренеүенсә, әҫәр ҡатын- ҡыҙ яҙмышы, әсәлек бәхете, мөхәббәт хаҡында. Спектаклдең режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы - Альберт Нестеров, композиторы - Илшат Яхин, балетмейстеры - Сулпан Асҡарова. Йәш режиссер И.Ҡаҙаҡбаев автор Туфан Миңнуллиндың тамашасыға билдәле пьесаһына заманса яңғыраш биргән, әҫәр бай йөкмәткеле, бөгөнгө көндөң иң сетерекле проблемалары хаҡында уйҙарға этәрә, йәмғиәттең төп нигеҙе булараҡ ғаилә, бала тәрбиәләү, ҡатын-ҡыҙҙың тормошобоҙҙағы роле хаҡында тәрән фәлсәфә заманса сәхнә алымдары, художестволы биҙәлеш аша бик мауыҡтырғыс бирелә. Бишек йыры. Кемебеҙ иҫләй икән уны? Бөгөн йәш әсәләр йырлаймы сабыйҙарына бишек йырын. Әсәй-өләсәйҙәрҙең бишек моңо ҡанына һеңгән сабый, үҫкәс, насар кеше була алмай, ә бишек йыры - йырҙарҙың да йыры, тигән ҙур төшөнсәләр хаҡында спектакль. Ваҡиғалар бала табыу йортонда бара. Серҙәр бүлешер, хатта яҙмыштар хәл ителер урын икән ул мөғжизәле, ғәжәйеп күркәм был йорт...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb