Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«МИНЕҢ РӘМИ!» II шиғыр ятлау конкурсы башланды!!!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 13 февраль 2013
«МИНЕҢ РӘМИ!» II шиғыр ятлау конкурсы башланды!!!
Интернет-технологиялар ярҙамында уҙғарылған “Минең Рәми!” исемле беренсе башҡорт видеоконкурсы, ысынлап та, халыҡта ҙур шау-шыу ҡуптарҙы. 2012 йылда үткәйне, иҫләһәгеҙ. Эйе, шатлыҡ-ҡыуаныс менән тапшырылған бүләктәр ҙә. Конкурс сиктәрендә бер төркөм башҡорт йәштәре Салауат районына, Рәми Ғариповтың йорт-музейына сәйәхәт тә ҡылды. Бүләккә төшкән өлөш буйынса Бөрйән районынан балалар Өфөлә Рәми Ғариповҡа арнап гөрләп үткән тамашаның шаһиты ла булды… Ысынлап та, рәхәтләнеп иҫкә алырлыҡ ваҡиғалары күп булды видеоуҙыштың.
Уны әҙ генә иҫкә алып, яңы – «МИНЕҢ РӘМИ!» II шиғыр ятлау конкурсы менән танышып китәйек.
Редакциябыҙ ҡанаты аҫтында эшләп йөрөгән йәштәребеҙҙән сыҡҡан идея ине ул. Тиҙ арала оло проектҡа әүрелеп китте. Һөҙөмтәһен бөтә Башҡортостан халҡы күрҙе. Әйтеп китергә кәрәк, бында барлыҡ матбуғат сараларының, телевидение һәм «Юлдаш» радиоһының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Конкурсты башлаған осорҙа, бер яҡтан, халыҡ һүлпәнлек күрһәтер тигән уй-аяныс та булды, йәшермәйбеҙ. Бәлки кәрәкмәйҙер кеүек шикләнеү тойғолары ла бар ине. Әммә, баштан уҡ Бөрйән районы уҡыусыларының уны күтәреп алыуҙары дәртләндерһә, артабан башҡалар ҙа ихлас ҡатнаша башланы. Хатта, улар араһында американ ҡыҙы Линдси Пигейҙың да шартлатып башҡортса шиғыр һөйләп тороуы күптәрҙе һоҡландырғандыр ҙа, уйландырғандыр ҙа.
Маҡсатыбыҙ аныҡ ине. Беренсенән, туған телебеҙгә һөйөүҙе үҫтереү булһа, икенсенән, бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың ижады ярҙамында ҡоро көлкө-уйын ойоштороп ҡына бүләк өләшеүҙән арынып, милләтебеҙ өсөн ниндәйҙер, бәлки ҙур ҙа түгелдер, файҙалы эш атҡарыу булды, тиһәм, хата булмаҫ. Ғөмүмән, Интернетта, шул уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Рәми Ғариповтың үлемһеҙ шиғырҙары бик-бик популяр. Шулай уҡ, Миңзәлә Асҡарова исемле ҡыҙыбыҙ етәкләгән «Рәми Ғарипов» исемле төркөм дә бар.
Статистика… Бәлки бик күп кеүек тә түгелдер. Әммә конкурсҡа тип ебәрелгән видео-шиғырҙарҙың һаны 150-нән ашып китеүе – үҙе бер күрһәткес. Араларында ике йәшлек сабыйҙан башлап 80 йәшлек бабайға тиклемгеләрҙең булыуы – шағирҙың рухы һаман да йөрәктәребеҙҙә йәшәүенә ишара һәм, әлбиттә, һөйөнөслө күренеш.
Быйыл да был конкурс ойоштороласаҡ. Һәм, бына, бөгөн 1 февралдән башлап башлана, дуҫтар! 14 март - йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү.
Ҡатнашыр өсөн «Бәйләнештә» (Вконтакте) социаль селтәрендә «Шоңҡар»ҙың төркөмөнә ҡараған саралар араһында «МИНЕҢ РӘМИ!» II шиғыр ятлау конкурсы битенә (vk.com/minen_rami_II) инеп теркәлергә генә кәрәк. Шулай уҡ конкурстың шарттары, барышы тураһында тулы мәғлүмәт журналдың төп сайты - www.шонкар.рф сайтында бирелә барасаҡ.
Конкурс шарттары
Шамил Яубаҫаров
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө