Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мираҫ һаҡсыһы «Мираҫ»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 30 январь 2013
Мираҫ һаҡсыһы «Мираҫ»
Баш ҡаланың фольклор ансамбле Өфөлә ҙур тамаша ойошторҙо. Заманса сюжеттар менән байытылған халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен зал алҡыштарға күмде. «Мираҫ» - вокаль, хор һәм уйын ҡоралдары оркестры, хореографияны бергә туплаған күп яҡлы ижади коллектив. Был юлы улар тамашасыһын Ҡала мәҙәниәт һарайына йыйҙы.
Осҡон уйнатып бейеүсе аҫыл егеттәр, аҡҡоштарға тиң зифа буйлы һылыу ҡыҙҙар... Күҙ ҡамашырлыҡ киң сәхнәлә - сағыу кейемдәр балҡышында сығыш яһаусы «Мираҫ» фольклор ансамбле. Ижади коллективтың репертуары йылдан-йыл камиллаша бара. Әлеге көндә 70-тән ашыу номер иҫәпләнә. Милли сәнғәт өлгөләрен һаҡлау, уның ни тиклем бай үҙенсәлекле булыуын раҫлау - коллективтың төп йүнәлеше.
Ансамбль тамашасы хөкөмөнә өс премьера әҙерләгән. Береһенән-береһе үҙенсәлекле, тәрән мәғәнәле сығыштарҙы халыҡ йылы ҡабул итте. Сәхнәлә - «Шоңҡар» бейеүе. Уны ансамблдең солисы Илнур Әйүпов башҡара. Сәнғәткә килеүенә ун йыл тулһа ла, ижади коллективта ул икенсе йылын тултырып өлгөргән. Бейеүҙе күңел аша үткәргәндә генә мәғәнәһен тойорға мөмкин, тигән фекерҙә ансамбль солисы.
Фольклор ансамбле егерме йыл элек Өфө ҡала Советы халыҡ депутаттары президиумы тарафынан ойошторола. 2006 йылда яңы һулыш алған коллективҡа «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле исеме бирелә. «Мираҫ»тар ниндәй генә ҡитға сәхнәләрен яуламаған! Уларға Төркиә, Франция, Италия, Швейцария, Болгария һәм башҡа ил тамашасылары алҡышлаған.
Мәҙәниәт бар икән, тимәк, халыҡ та йәшәй. «Мираҫ»тар ҡуйған төп маҡсат ошо. Башҡортостан сәнғәте көмбәҙендә ата-бабаларҙан ҡалған рухи байлыҡты һаҡлап, киләсәк быуынға тапшырған, республика мәҙәниәтен сит илдәрҙә танытҡан коллектив йондоҙло юлда.
Азат Ғәлиуллин
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө