Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Мираҫ» фольклор ансамбле концерты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 31 январь 2012
«Мираҫ» фольклор ансамбле концерты
1 февралдә, Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле тамашасыларға яңыртылған программа тәҡдим итәсәк.
Ансамбль етәксеһе Валерий Степанов хәбәр итеүенсә, тамашасыларҙы ябай концерт ҡына түгел, ә бик күп вокаль-хореографик композицияларҙан торған ысын тамаша көтә.
Билдәле булыуынса, «Мираҫ» ансамбле 1992 йылдың октябрендә халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы президиумы ҡарары буйынса ойошторола. 2006 йылда ансамбль «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле муниципаль учреждениеһы тип үҙгәртелә. 2009 йылда «Мираҫ»ҡа баш ҡалабыҙҙың тағы ла бер танылған коллективы – «Забава» урыҫ халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле ҡушылды.
«Мираҫ» ансамбле репертуары йылдан–йыл камиллаша һәм байый бара. Бөгөнгө көндә уларҙың вокаль – бейеү композицияларҙы, хор һәм яңғыҙ башҡарған сығыштарҙы туплаған етмештән артыҡ номерҙары иҫәпләнә. Репертуар нигеҙен республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың йыр һәм бейеүҙәре тәшкил итә. Ансамблдең хореографияһының һәм йырҙарының үҙ стиле бар, улар гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың матурлығын, байлығын сағылдырған милли үҙенсәлектәр менән һуғарылған.
Ошо 11 йыл эсендә ансамбль күп тапҡырҙар лауреат була һәм күп кенә халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар Гран-прийын яулай, төрлө форумдарҙа ҡатнаша. «Мираҫ» фольклор бейеү ансамблен республикабыҙ һәм Рәсәй ҡалалары ғына түгел, шулай уҡ күп сит илдәр — Бельгия, Франция, Испания, Португалия, Болгария, Венгрия, Лаос, Вьетнам тамашасылары лы белә һәм ярата.
«Мираҫ»тар менән осрашыуҙан, аралашыуҙан ситтә ҡалмағыҙ, концерттарға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө