Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле концерттары үтә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 12 октябрь 2012
«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле концерттары үтә
“Мираҫ”тар үҙ исеменә ярашлы ижад итә: бай мираҫыбыҙҙы сайпылдырмай халыҡҡа еткерә, сағыу бейеү һәм йырҙары менән күңелдәрҙе күтәрә, рухыбыҙҙы нығыта. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең алдынғы профессиональ коллективтарының береһе ул. Ансамблдең концерттарында бейеү төркөмдәре, хор һәм уйын ҡоралдары оркестры бөтәһе бергә тамашасыға ысын байрам бүләк итә.
“Мираҫ” баш ҡалабыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың да йөҙөк ҡашына әүерелде. Уларҙы Рәсәй төбәктәренән ситтә лә яҡшы беләләр. Франция, Бельгия, Испания, Италия, Португалия, Германия, Болгария, Венгрия, Төркиә, Лаос һәм башҡа илдәр∂ең сәхнәләрен яулай беҙҙең коллектив.
“Мираҫ”тың репертуарында 70-тән ашыу номер бар: бейеү-вокаль композициялар, хор һәм яңғыҙ сығыштар. Әлбиттә, репертуарҙың нигеҙенә республикала йәшәгән халыҡтың бейеүҙәре һәм йырҙары һалынған. Ә иң ҡыуаныслыһы: улар башҡорттоң милли сәнғәтенә һәр ваҡыт тоғро. Һәр бейеүҙәрендә Башҡортостаныбыҙҙың күркәмлеге, байлығы, халҡының ғорурлығы, холоҡ-фиғеле сағыла.
Ансамблдә ижади эш бер ҡасан да туҡтамай, гөрләп дауам итә. Артистар яңынан-яңы бейеү, концерттар менән тамашасыһын шатландырып ҡына тора. Әле лә улар өфөләр, баш ҡалабыҙ ҡунаҡтары өсөн бейеү һәм йыр байрамы бүләк итмәксе. Концертта танылған, халыҡ яратып өлгөргән сығыштар менән бер рәттән, өр-яңылары ла әҙерләнгән. Улар араһында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә арналғандары ла бар.
Концерттар баш ҡаланың "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында 19.00 сәғәттә башлана.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө