Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Мираҫ” тарих тергеҙә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Мираҫ” тарих тергеҙә
Баш осондағы тыныс күкте мираҫ итеп ҡалдырған ветерандарҙы хөрмәтләп, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле 24 октябрҙә Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған миҙгелен асты.
“Ветерандарҙы онотмайыҡ”, “ветерандарҙың сафы һирәгәйә”, тибеҙ. Тик ни күрәбеҙ?.. 9 Май байрамы һәм шул арала ғына ойошторолған осрашыуҙар, заказ буйынса ваҡытына тап килтереп йырланған йырҙар. Нисәмә йыл шулай дауам итә килә: тарихҡа күҙ йомола, батырҙар онотола...
Әйтелгән ҡалыпты ватып, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле һалҡын көҙҙә 1945 йылдың йылы яҙын сәхнәгә ҡайтарҙы. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы кесеһенән алып олоһона тиклемге тамашасы менән тулды. Улар араһында орден-миҙал таҡҡан ветерандарҙы күреү бигерәк тә шатлыҡлы ине.
Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Төркиә, Швейцария, Германия илдәрендә һәм, әлбиттә, үҙ еребеҙҙә танылыу алған “Мираҫ” төрлө милләт бейеүҙәрен ҡуйҙы, йырҙарын йырланы. Йыр-бейеүҙән тыш, килгән кеше музыка ҡоралдары оркестрының сығышына ла тамаша ҡылды.
Абхаздарҙың халыҡ бейеүе, төрөктәрҙең “Камаль Паша” йыры һәм Сергей Есениндың хор менән башҡарылған шиғыры тамашасының күңеленә бигерәк тә яҡын булды, алҡыштарға күмелде. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡтарҙың “Аҡ ҡайындар” исемле лирик бейеүе үҙебеҙҙең ҡайынлыҡтарға алып ҡайтһа, Илшат Шәйхуллиндың йыры “ғүмер йылғаһында” ағыҙҙы. Ҡырым татарҙарының, аргентин, төрөк, молдован халыҡтарының бейеүҙәре лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Рус телендә “Рәсәй-әсә” йыры бик аһәңле яңғыраны. Һуңында бейеп түгел, бөркөттәй осоп башҡарылған “Салауаттың мираҫы” исемле бейеү йөрәктәргә рух өҫтәне.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлай улы образы аша борон-борондан иреккә ынтылған, тыуған илен һаҡлауҙа таш ҡурған булған ата-бабаларыбыҙ күҙ алдына баҫты. Кәрәк саҡта Бүгәсәү менән берләшеп баш күтәргән, “Төньяҡ амурҙары” исеме менән француздарҙың һушын алған һәм Бөйөк Ватан һуғышында танктарға ҡаршы аттарҙа сапҡан батырҙарҙың ораны яңғыраны, ҡылыстары сыңланы... Тарих! Ул онотолмаҫ, ә аңыбыҙҙа уйылып ҡалыр. Бының өсөн батырҙарҙың, ветерандарҙың изге көрәше йәйҙең йәмле көнөндә, көҙҙөң һырғаҡ һалҡынында һәм ҡыштың буранында ла йылы нурҙай, йөрәктәрҙә мираҫ булып һаҡланһын.
Ошо йәһәттән тарихты тергеҙеүгә булышлыҡ иткән “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең сығышы маҡтауға лайыҡ, афарин! Артабан ошондай сығыштарҙы дәррәү күтәреп, йолаға әйләндерһәк, бигерәк тә яҡшы булыр ине.
Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө