«Башинформ» агентлығына «Мишкә» мари тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Людмила Алексеевна хәбәр итеүенсә, һәйкәлде асыу өсөн Мишкә, Бөрө, Ҡалтасы райондары һәм Өфө ҡалаһы халҡы аҡса йыйған.
Бюсты асыу тантанаһына күрше райондарҙан, Өфө һәм Йошкар-Ола ҡалаларынан делегаттар килде.
— Был Ирсай ауылы кешеләре өсөн генә түгел, бөтә Мишкә районы халҡы өсөн дә көтөп алынған ваҡиға булды, — тип билдәләне Людмила Имаева. – Алексей Искәндәров бөйөк композитор булараҡ Йошкар-Ола ҡалаһында формалашҡан, әммә уйҙары менән ул һәр саҡ тыуған яғында булған. Тыуған төйәгенең илаһи моңдарын ул ноталарға һалған. Бюсты асыу – уның бәләкәй ватанына үҙенә күрә ҡайтыуы булды.
автор: Тимур Рәхмәтуллин
«Башинформ» ИА алынды