Миҙгел матур башланды

Миҙгел матур башланды

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективы йәйге ялдан һуң үҙ эшен башланы. Республикабыҙҙың абруйлы мәҙәниәт усағы “Осрашыуҙы көтәһеңме? Ул етер!..” тигән концерт программаһы менән (режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева) 73-сө ижад миҙгелен асып ебәрҙе.

Тамашасы һәр концертҡа ниндәйҙер яңылыҡ, быға тиклем күрелмәгән программаға өмөтләнеп килә. Филармонияның был миҙгеле уңышлы башланды, тип икеләнмәй әйтә алабыҙ. Концерттың музыкаль-поэтик формала барыуы һәр быуын тамашасыһының күңеленә хуш килгәндер. Яңы йырҙар, күңелгә ятышлы көйҙәр, төрлө милләттәрҙең дәртле бейеүҙәре, көтөлмәгән дуэттар, музыкаль сюрприздар сараны йәнләндереп ебәрҙе. Залдың биҙәлеше лә, заманса техник ҡорамалдарҙың урынлы ҡулланылыуы ла отошло булды.

Эйе, 73-сө ижад миҙгеле үҙенсәлекле концерттарға, тамашаларға бай булмаҡсы. Октябрҙә репертуар төрлө йүнәлештәге концерт программалары менән тулыландырылды. Уларҙың халыҡта иң ҙур баһа алған бер нисәһен әйтеп үтәйек:

18 октябрҙә донъя эстрадаһының күренекле вәкилдәренең береһе, “Сан-Ремо” фестиваленең лауреаты Риккардо Фольи Рәсәйҙә Италия йылына арналған концертын күрһәтте.

21 октябрҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, БР-ҙың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллиндың алтын юбилейына арналған концерт уҙҙы. Унда Үзбәкстандың халыҡ артисы Фаруҡ Садиҡов, Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Хохлов һәм башҡа танылған сәнғәт әһелдәре ҡатнашты.

28 октябрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Миңзифа Исҡужина “Саф көмөштәй йырҙарымды йырлайым һеҙҙең өсөн” исемле концерт программаһын тәҡдим итте. Кисәлә “Далан” төркөмө, йәш йырсылар Руслан Сәйфетдинов менән Рөстәм Шаһыбалов сығыш яһаны.

Ноябрҙә йыл һайын ойошторолған Башҡортостан филармониялары фестивале, “Ҡыҙыҡ-Мәҙәк” эстрада-көлкө театрының етәксеһе Вәлит Илембәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре музыкант Сибәғәт Яруллиндың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәжәп Вәдүтовтың юбилей кисәләре, дәртле гармун моңдарынан торған “Гармун күреге һуҙыла, һуҙылмай ғүмер генә…” исемле ҙур программа һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсуринаның концерты тамашасыларҙы һөйөндөрәсәк.

Декабрҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы мәшһүр Кәтүк — Әхәт Уразмәтов 80 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. Шулай уҡ Лилиә Ишемйәрованың ҡурай моңдары менән һуғарылған концерт программаһы көтөлә.

Автор: Айгиз Баймөхәмәтов

«Башҡортостан» гәзитенән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb