Миҙгел премьера менән ябыла

Миҙгел премьера менән ябыла
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының һәр ижад миҙгелен премьера спектакле менән ябыуы һуңғы йылдарҙың күркәм традицияһына әүерелде. Быйыл да театр ижад миҙгелен премьера менән яба - 22 һәм 23 май тамашасыға Әлфис Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы» психологик драмаһын тәҡдим итә.
«Яңғыҙҙар ташы» авторҙың тормош, бөгөнгө йәшәйеш хаҡындағы тәрән уйланыуҙары һәм күңел һыҙланыуҙары нигеҙендә тыуған. Пьесала киләсәк быуындар именлеге, йәмғиәттә бер-берең өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, тыныс тормош өсөн көрәш темалары күтәрелә.
Ауыл ҡарсығы Ғилминур инәйҙең кәртә артында ғына ҙур бер таш ята. Һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да, һалдаттарҙы гел шул таш эргәһенән оҙаталар. Күп һалдаттар кире әйләнеп ҡайтмай. Кемдеңдер ғәзиз улы, атаһы, йә берҙән-бере, һөйгән йәре улар. Күпме ҡорбан, ҡарғыш, күҙ йәше... Һалдаттарҙың ата- әсәләрен, балаларын, туғандарын, һөйгән йәрҙәрен яңғыҙ ҡалдырып кире ҡайтмауҙарына ошо таш ҡына ғәйепле (ме)!? Халыҡ таш ятҡан урынды урап үтә башлай. Шулай итеп, тәбиғәт бүләгеме, йыһан ҡунағымы, тарих ҡомартҡыһымы булған таш тиҫтә йылдар буйы халыҡта төрлө ғөрәфәттәр, ышаныуҙар һәм юрауҙар тыуҙырып, ята бирә.
Спектаклдең режиссеры - Олег Ханов, рәссамы – Радик Сафин, композиторы – Урал Иҙелбаев.
Ролдәрҙе Гөлли Мөбәрәкова, Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Алмас Әмиров, Сара Буранбаева, Илдар Сәйетов, Фирғәт Ғарипов һәм башҡа күренекле артистар башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb