Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ике премьера көтөлә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 14 март 2013
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ике премьера көтөлә
14,15 март Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы тамашасы хөкөмөнә болгар драматургы Станислав Стратиевтың «Автобус» тип аталған тәрән сатирик, социаль проблемаларҙы яҡтыртҡан спектаклен сығара. Режиссеры – Ҡабардин-Балҡар республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владимир Султанович Теуважуков.
Пьесаның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе түбәндәгесә: иҫке автобуста төрлө яҙмышлы, характерлы, ҡарашлы туғыҙ пассажир үҙ эштәре менән ашыға-ашыға китеп баралар. Һәр кем үҙенең эске донъяһына сумған, ул донъяға хатта яҡын кешеләрен дә индерә алмайҙар. Әммә үҙҙәрен генә уйлаған был пассажирҙарҙың яҙмышы көтөлмәгәнсә боролош ала – автобус водителе быға сәбәпсе, сөнки маршрутты ул билдәләй…
Премьера 14–15 мартта, 19.00 сәғәттә башлана.
Театрҙың рус труппаһы апрель айына премьера әҙерләй. Режиссер – Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев. Драматург Диана Балыконың «Ҡара ҡанатлы аҡ фәрештә» пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән. Спектакль көслө мөхәббәт, шул уҡ ваҡытта яңғыҙлыҡ һәм 21 быуат афәте – спид хаҡында.
Премьера 19 апрель 19.00 сәғәттә, 20 апрель 18.00 сәғәттә. Сығанаҡ: М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө