Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының театр сәхнәһендә тәү тапҡыр ҡуйылыуына — 50 йыл
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының театр сәхнәһендә тәү тапҡыр ҡуйылыуына — 50 йыл
Март айында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының тәүге тапҡыр сәхнәлә ҡуйылыуына 50 йыл тула. Был сәнғәт һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки «Ай тотолған төндә» пьесаһы – милли классикабыҙ өлгөһөндә бер нисә быуын ижадсылары һәм тамашасылары тәрбиәләнә. Киләсәк быуындар ҙа был үлемһеҙ әҫәргә күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итәсәк.
Трагедияла һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек. Йолаға ярашлы, Аҡъегетте ағаһының тол ҡатынына өйләндерәләр, ә һөйгәне Зөбәржәтте ҡустыһы 11 йәшлек Ишмырҙаға кейәүгә бирәләр. Әммә, геройҙар был ҡанунға буйһонорға теләмәй. Аҡъегеттең әсәһе Тәңкәбикә- ырыу башлығы - Аҡъегет менән Зөбәржәтте асыҡ далаға ҡыуып ебәргән аҡһаҡалдар хөкөмө алдында көсһөҙ. Күп осраҡта әҙәбиәт белгестәре тарафынан пьесаның драматик конфликтына ҡарата: « Тәңкәбикә үҙе тәңре ҡаршыһында гөнаһ ҡыла, йәш сағынан уҡ ауыр гөнаһ утында яна; үҙе балаларын йәне-тәне менән ярата, Аҡъегет менән Зөбәржәттең бәхете хаҡында хыяллана, үҙе уларҙы үлемгә хөкөм иттерергә мәжбүр. Пьесаның нигеҙен боронғо йола һәм традицияларҙы ҡабул итергә теләмәү, кешенең рухи азатлыҡҡа ынтылышы тәшкил итә », - тигән фекер әйтелә.
Әммә, һәр ҡуйылышта һәр режиссер был классик трагедиянан яңы мәғәнә эҙләй һәм таба. «Ай тотолған төндә» трагедияһы тәү тапҡыр М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1964 йылда ҡуйыла. Режиссеры - Шәүрә Мортазина, рәссамы - Ғәлиә Имашева, композиторы - Хөсәйен Әхмәтов. Төп ролдәрҙә: Зәйтүнә Бикбулатова (Тәңкәбикә), Рәғиҙә Янбулатова (Шәфәҡ), Илшат Йомағолов (Аҡйегет), Дәриға Фәйзуллина ( Зөбәржәт), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана), Ғәзим Туҡаев (Дәрүиш) була. 1968 йылда ошо әҫәр өсөн Мостай Кәримгә, режиссер Шәүрә Мортазинаға, рәссам Ғәлиә Имашеваға, актриса Зәйтүнә Бикбулатоваға РСФСР-ҙың К.С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Режиссер Шәүрә Муса ҡыҙы ул дәүерҙә Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол”, Баязит Бикбайҙың “Салауат Юлаев” һәм “Ҡаһым түрә”, Всеволод Вишневскийҙың “Онотоллмаҫ 19-сы йыл”, Әсғәт Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә”, Нәҗиб Асанбаевтың “Беҙгә егеттәр килде” һәм “Рәйсә”, Азат Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш!” әҫәрҙәрен ҡуя. Бик уңышлы килеп сыҡҡан был эштәр әле Шәүрә Мортазина ирешәсәк ҡаҙаныштарға илтеүсе баҫҡыстар ғына була. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштереп, ул ҙур ҡыйыулыҡ эшләй һәм театрҙы данға күмә.
СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, тәүге Тәңкәбикә - Зәйтүнә Бикбулатованың ижади мираҫы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллыҡ тарихында айырым урын алып тора. Ул – әйтеп бөтөргөһөҙ күп яҡлы талант эйәһе. Зәйтүнә Бикбулатованың классик ролдәре заманында республиканы ғына түгел, ә күп милләтле илебеҙ театр мәҙәниәтен яңғырата. Дездемона (У. Шекспир, «Отелло»), Лауренсия (Лопе де Вега, «Һарыҡ шишмәһе»), Анна Каренина (Л. Толстой, «Анна Каренина») ролдәре тотош ил театр сәнғәтенең сағыу бер ваҡиғаһы була
Рәсәйҙең һәм Башҡортотсандың халыҡ рәссамы Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева - Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһының беренсе сценографы 1964-се йылда инде тәжрибәле рәссам була. (Ғ.Ш. Имашева 1914 йылдың 17 майында тыуған. 1931 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай. Ул сәнғәт техникумында күренекле оҫталарҙа - Тюлькин, Дәүләткилдеев кеүек рәссамдарҙа уҡый. Ғәлиә Шакир ҡыҙының бөтә ижад юлы тиерлек Башҡорт академия драма театры менән бәйле. Ул унда 1936 йылда, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләп алғандан һуң, килә. Ҡырҡ ике йыл дауамында (1946 –1988) театрҙың баш рәссамы була. Шул дәүерҙә ике йөҙҙән ашыу спектаклдең сәхнә биҙәлешен юғары кимәлдә башҡарған Имашева Башҡортостанда ғына түгел, Бөтә Советтар Союзы театр рәссамдары араһында бармаҡ менән һанарлыҡ гүзәл зат вәкилдәренең береһе була. Ике тапҡыр «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә. Имашева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге профессиональ рәссам булыуы менән дә беҙгә ҡәҙерле. Уның төп эштәре: Х. Ибраһимов «Башмағым», М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу», М. Ғафури «Ҡара йөҙҙәр», Б. Бикбай «Ҡарлуғас», А. Чехов «Ваня ағай», Вольтер «Мөхәммәт», В. Гюго «Мария Тюдор», М. Кәрим «Айгөл иле», «Салауат», И. Йомағолов «Нәркәс», Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын», Ҡ. Даян «Ҡарлуғас» һ.б. Иң сағыу ижади эштәренең береһе – Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының сәхнә биҙәлеше.
«Ай тотолған төндә» трагедияһы 1992 йылда Башҡорт академия драма театрында яңы редакцияла ҡуйыла, режиссеры - Рәсәйҙең халыҡ артисы, РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов, рәссамы - билдәле сәнғәт эшмәкәре Таң Еникеев, композиторы - мәшһүр Рим Хәсәнов. Төп ролдәрҙе: Гөлли Мөбәрәкова, (Тәңкәбикә), Таңсулпан Бабиева (Шәфәҡ), Хөрмәтулла Үтәшев (Аҡйегет), Шәүрә Дилмөхәмәтова (Зөбәржәт), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана), Заһир Вәлитов ( Дәрүиш) башҡара. Был ҡуйылышта ла «Ай тотолған төндә» ҙур уңыш менән бара. 1992 йылда БАДТ коллективы ошо спектаклде «Милли труппаларҙың иң яҡшы спектаклдәре» смотры сиктәрендә Мәскәүҙә күрһәтә.
Бөгөнгө көндә заманса йүнәлештә сәхнәләштерелгән «Ай тотолған төндә» спектаклендә дүртенсе быуын актерҙары уйнай. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов. “Бынан алыҫ йәйләүҙәрҙең береһендә йәшәгән матур, йәш бер килендең ире яуға киткән. Бик һағынған, бик интеккән был башта. Әммә бәреп сыҡҡан шишмә aғыp юлын таба. Юлын тапҡас, юлдашын да таба. Әлеге килен дә күрше йәйләүҙән килеп йөрөгән бер егеткә ғашиҡ була. Көндөҙ ирен уйлай, ә төндәрен егет ҡосағына инә. Йыл да үтмәй, донъяға бер ир бала килә. Был турала кендек әбейенән башҡа бер кем, бер ни белмәй. Тик баланы ҡайҙа итергә әмәл тапмай яфа сигә былар... Әлеге бала тыуған көндө йәйләү аша бер йәш дәрүиш уҙа. Яҙмыш ҡушҡанмылыр, ул тап әлеге тирмәгә һуғыла. Уғa ҡаршы баяғы ҡарсыҡ йүгереп сыға. Дәрүиш бөтәһен дә теге ҡарсыҡ әйткәнсә эшләй һәм шул көндө үк китеп бара ”. Тәңкәбикә - БР-ҙың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева, Дәрүиш - БР-ҙың халыҡ артисы -Алмас Әмиров, Диуана – Урал Әминов, Аҡйегет – Руслан Хайсаров, Шәфәҡ – Милена Сираева, Зөбәржәт – Лилиә Ғәлина ).
Яңы «Ай тотолған төндә» 2013 йылда «Науруз» XI Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Унда Татарстан, Башҡортостан, Сыуаш Республикаһы, Яҡут-Саха, Ҡаҙағстан, Хакас, Алтай, Тыва, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркиәнән төрлө театр коллективтары сығыш яһаны. Театрҙарҙың бер-береһе менән ижади бәйләнештә йәшәүен, спектаклдәрҙең эстетик дәрәжәһен күтәреүҙе, гастролдәр эшен әүҙемләштереүҙе, милли драматургияны популярлаштырыуҙы, яңы ижади формалар табыуҙы, донъя театр киңлегенә сығыуҙы һәм башҡа бик күп маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп уҙғарылған был фестивалдә Башҡорт дәүләт академия драма театры сығышы - М. Кәрим трагедияһы буйынса “Ай тотолған төндә” спектакле — “Науруз”дың күркәм бер биҙәге булды. Фестивалдең тәнҡитселәр коллегияһы, жюри ағзалары «Ай тотолған төндә» юғары кимәлдә, үҙенсәлекле формала, заманса ҡуйылған, ҙур иғтибарға лайыҡ спектакль», - тип атай.
Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы шулай уҡ Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында ( 1966 йыл, режиссеры - Р.Әйүпов), Салауат Башҡорт дәүләт драма театрында (1977 йыл, режиссеры - В.Сәйфуллин), Туймазы Татар дәүләт театрында (1998 йыл, режиссеры – Ф.Ҡасимова), Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында (1999 йыл, режиссеры - М.Күлбаев) ҡуйылды. Мәскәүҙең Моссовет, Пушкин исемендәге, Литва дәүләт, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия, Үзбәк дәүләт драма һәм башҡа теарҙарҙа ҡуйыла. Трагедия буйынса балет һәм опера ижад ителгән, 1978 йылда фильм төшөрөлгән (Свердловск к/ст, режиссеры- Б.Халзанов).
Шулай итеп, 21 март көнө М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында илебеҙ һәм донъя әҙәбиәтенең аҫыл өлгөһө, сәнғәтебеҙ ғорурлығы, халҡыбыҙ күңелендә һис онотолмаҫ, нурлы ай булып балҡыған «Ай тотолған төндә» трагедияһының алтын юбилейы билдәләнә.
Сығанаҡ: театр сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө