Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Моңға бай гармун байрамы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 21 май 2013
Моңға бай гармун байрамы
Яңауылдың мәҙәниәт һәм сәнғәт һарайы, ҡала урамдары 16 һәм 17 майҙа гармун моңдарына күмелде: бында Фәтих Иҡсанов исемендәге призға гармунсыларҙың республика байрамы шаулап үтте.
Матур йолаға әйләнгән был сара етенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда Башҡортостандың 11 ҡалаһы һәм 33 районынан, Удмурт Республикаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округынан ике йөҙгә яҡын гармунсы, шул иҫәптән 28 ансамбль ҡатнашты. Конкурс шарттарына ярашлы, улар ике йәш төркөмөндә (17 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр) сығыш яһаны һәм икешәр әҫәр уйнап ишеттерҙе.
Ике көнлөк ярыш һөҙөмтәһендә гран-приға Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан Рафиҡ Ҡотлоғужин лайыҡ булды. Уға шулай уҡ өр-яңы гармун да тапшырылды. Әйткәндәй, былтырғы конкурста ул икенсе урын алғайны.
Айырым гармунсылар араһында беренсе урынды — Учалы ҡалаһынан Игорь Сергеев менән Өфөнән Рәмил Фәйзуллин, икенсене — Благовещен ҡалаһынан Надежда Володина менән Саҡмағош районынан Рәйес Ҡаҙраев, өсөнсө урынды Яңауыл районынан Хәҙит Тохбатов, Туймазынан Йәмил Хәсәнов һәм Пермь крайы Барҙа районынан Йәүҙәт Зимасов бүлеште. Бәләбәйҙән Виктор Никулин, Асҡындан Рәүил Сәлихов, Ханты-Манси автономиялы округынан Сергей Йәнсубаев, Кушнаренконан Ринат Бикмөхәмәтов дипломант исеменә лайыҡ булды.
Ансамблдәр араһында ла бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Яңауыл районы балалар сәнғәт мәктәбенең Гүзәл Сәбирйәнова етәкләгән тальянсылар триоһы оҫталыҡ менән барыһын да әсир итте. Был коллективҡа һәм Миәкә районының “Дим” ансамбленә (етәксеһе — Фәнир Миһранов) беренсе урын бирелде. Икенсе урында Тәтешле районының халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе — Фиғәт Зиннуров) һәм Баймаҡ районы гармунсылар ансамбле (етәксеһе — Азамат Хоҙайбирҙин), өсөнсөлә – Яңауыл районы балалар сәнғәт мәктәбенең Динара Килмәтова етәкләгән тальянсылар ансамбле.
Ейәнсура, Шишмә, Йәрмәкәй, Яңауыл райондары ансамблдәре һәм Салауат районының гармунсылар дуэты дипломант исемен алды.
Илеш районынан 86 йәшлек Рәфис Мөслөховҡа конкурстың иң оло ҡатнашыусыһы, шул уҡ райондан алты йәшлек Әмир Шамратовҡа иң йәш ҡатнашыусы булараҡ махсус бүләктәр тапшырылды. Гармунсыларға шулай уҡ тағы ла туғыҙ номинацияла дипломдар бирелде.
Байрам барышында ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында гармунға һәйкәл асылды.
“Моңға бай гармун байрамы” тамамланыуҙың икенсе көнөнә был сараның “Рәсәй мәҙәниәте” тип аталған Маҡсатлы федераль программаға индерелеүе тураһында Мәскәүҙән шатлыҡлы хәбәр килде.
Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө