Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Моделле китапханалар - заман талабы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 29 июнь 2012
Моделле китапханалар - заман талабы
Яңы китапханалар булдырыу - заман талабы. Ә моделле китапхана үҙенең бай эстәлеге менән уҡыусыны йәлеп итеп тора. Уның маҡсаты - халыҡты һәр төрлө мәғлүмәт менән юғары кимәлдә тәьмин итеү, шулай уҡ, китапхана ҡулланыусыларына ғына түгел, ә барса халыҡҡа файҙалы булыу. Моделле китапхана ул – заманса йыһазландырылған, интернет селтәре менән тоташтырылған, эстетик зауыҡ менән биҙәлгән мәҙәни усаҡ булырға тейеш. Уларҙың тәүгеһе республикала 2004 йылдан эшләй.
Ошо юҫыҡта бөгөн Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында «Рәсәй федерацияһында моделле китапханалар урындағы үҙидараны ойоштороу үҙәктәре» тип исемләнгән төбәк-ара семинар асылды. Был семинарҙы РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлыҡтары, «Пушкин китапханаһы» фонды, БР З. Вәлиди исемендәге милли китапхана ойошторған.
Сараға күрше Силәбе өлкәһенән, Татарстан, Удмурт республикаларынан вәкилдәр килгәйне.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев тәбрикләне һәм үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Ул шулай уҡ БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың һәм БР Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙының тәбрикләү сәләмдәрен еткерҙе.
Төбәк –ара семинар Өфөлә ике көн барасаҡ. Иртәгә сарала ҡатнашыусылар Өфө, Бөрө, Кушнаренко райондары моделле китапханаларына сәфәр ҡылып уларҙың яңы эш алымдары, тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө