Күтәренке кәйефтең һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһауы күптән билдәле. Шуға күрә көҙгө һалҡын елдәр, ямғырлы көндәр осоронда үҙебеҙҙе болоҡһоторға ирек бирмәйек. Баш ҡалалағы мәҙәни усаҡтар беҙгә был йәһәттән күңелле саралар тәҡдим итә.
Ғөмүмән, мәҙәни мөхит өсөн көҙ — иң сағыу, йәнле осор. Театрҙар һәм мәҙәниәт һарайҙары сираттағы ижади миҙгелен аса, артистар яңы көс менән сәхнәгә аяҡ баҫа, афишаларҙа премьералар күбәйә… Мәҫәлән, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы “Тоҡ эсендәге бесәй” спектакленең (Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһы буйынса) премьераһына саҡыра. Спектаклде тамашаға ваҡытында «Ленком» Мәскәү театры режиссеры булып эшләгән, беҙҙең яҡташыбыҙ Илдар Ғиләзев ҡуйған. Спектакль хәҙерге заман рухында ҡуйылыуы менән ҡыҙыҡлы. Төп ролдәрҙә кемдәр уйнаясағын театр әлегә сер итеп һаҡлай. Тамаша 20-21 октябрҙә буласаҡ.