Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыу буйынса эштәр башланды

Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыу буйынса эштәр башланды
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыу буйынса эштәр башланды. 
Әле унда фонтанлы сквер төҙөлә. Ә Мәскәүҙә әлеге ваҡытта әҙиптең бронза һынын ҡойоу тамамланып килә, авторҙар композицияның икенсе өлөшөн һынландырыуға тотонған. Һәйкәлде көҙгә, халыҡ шағирының тыуған көнөнә асыу күҙаллана.

Проекттың авторы, скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчуктың белдереүенсә, образды киңлек ярҙамында һынландырыу һирәк ҡулланыла торған ҡатмарлы алым. Шулай ҙа, был осраҡта ул үҙен тулыһынса аҡлай. Оло инәй, кескәй Кендек, яралы һалдат, аттар өйөрө һәм башҡа детальдәр шағир образын тулыраҡ һынландырырға ярҙам итәсәк. Уның тыуған еренә, кешеләргә, тәбиғәткә һөйөүен күрһәтәсәк. Композицияла шағирҙың ҡулъяҙмалары ла мөһим урын аласаҡ. Монументаль проекттың төп өлөшө -Мостай Кәримдең һынын автор әлегә бер кемгә лә күрһәтмәй. Оҙон ғүмер юлы үткән, халыҡ һөйөүен яулаған шағирҙың һынын тамашасы бар бөйөклөгөндә күрергә тейеш, ти скульптор.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb