2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мостай Кәримгә бағышланған энциклопедия сығасаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 28 январь 2013
Мостай Кәримгә бағышланған энциклопедия сығасаҡ
Башҡортостанда Мостай Кәримгә бағышланған энциклопедия сығасаҡ. Был үҙенсәлекле китапта М. Кәримдең шиғырҙары, уның ижад һәм тормош юлы, мәҙәни бәйләнештәре тураһында төрлө әҫәрҙәр урын аласаҡ. Энциклопедия Башҡортостан Республикаһының Президенты «Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштерергә» тигән указына яраҡлы итеп сығарыла. Уның сығарылышы өҫтөндә Башҡортостан энциклопедияһының мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре эш алып бара. Әлеге көндә энциклопедияны сығарыу өҫтөндә 100-гә яҡын кеше эшләй, улар араһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе яҙыусылар, әҙәбиәтселәр, журналистар бар.
Әҙәбиәтселәр әйтеүе буйынса, Мостай Кәрим күп милләтле республикабыҙҙың яратҡан әҙибе. Ул башҡорт әҙәбиәтен элекке Бөтә Союз, бөтә донъя поэзияһына яҡты йондоҙо итеп балҡытты. Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт һәм Рәсәй Федерацияһының Максим Горький исемендәге дәүләт, Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы М. Кәримдең әҫәрҙәрендә һәр кеше, һәр шәхес үҙен таба.
Мостай Кәрим өлкәндәргә генә түгел, балалар өсөн дә бик күп хикәйәләр, әкиәттәр яҙа, балалар донъяһы уға бик яҡын һәм һәр саҡ уның иғтибар үҙәгендә була. Уның әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән, сәхнәлештерелгән, кинолар һәм спектаклдәр ҡуйылған.
Энциклопедияны баҫтырып сығарыу өсөн, бер нисә йыл кәрәк буласаҡ, әлегә уның сығыу көнөн Башҡортостан энцеклопедияһында иҫбатлай алмайҙар.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө