2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мостай Кәрим ис. Милли йәштәр театрында яңы директор
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Мостай Кәрим ис. Милли йәштәр театрында яңы директор
2 декабрь Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр коллективын яңы директор - Йыһаншин Азат Надир улы менән таныштырҙылар.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин 1971 йылдың 11 майында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1990-94 й.й. Өфө сәнғәт институтында белем ала. Уҡыу йортон тамамлағас йәш белгесте Стәрлетамаҡ дәүләт театр берләшмәһенә ҡабул итәләр. Ошо уҡ йылдарҙа «Аҡйондоҙ» эстрада төркөмөн ойоштора һәм киң билдәлелек яулай. 1995 йылдан Милли йәштәр театрында эш башлай. 1996 йылда Мостай Кәримдең «Салауат» драмаһында Илеш роле өсөн Азат Йыһаншин республикабыҙҙың Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ була. 1998-2008 й.й. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының төп артистарының береһе. 2002 йылда артист театр һәм милли сәнғәт үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем менән бүәлкләнә. 2008 йылда Азат Йыһаншиндың ижади карьераһында үҙгәрештәр барлыҡҡа килә – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына ҡуйыусы режиссер, 2009 – баш режиссер, 2012 – театрҙың художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Азат Йыһаншин Стәрлетамаҡ театрына яңы һулыш өрә, төрлө спектаклдәр ҡуйыла. Азат Надир улының эштәре социаль йүнәлешле булыуы менән айырыла, режиссер илдә барған үҙгәрештәргә битараф түгел һәм был ул сығарған спектаклдәрҙә лә асыҡ сағыла. 2014 йылдың июль айынан Салауат башҡорт драма театры директоры булып эшләй.
Азат Йыһаншинды ҡотлайбыҙ һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө