8 һәм 9 май Йәштәр театрында «Барыһын да исемләп иҫләйек» ("Вспомним всех поименно") тип аталған музыкаль-поэтик тамаша үтәсәк.
Театр артистары уҡыуында Константин Симонов, Александр Твардовский, Роберт Рождественский, Давид Самойлов, Булат Окуджава, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Муса Йәлил кеүек шағирҙарҙың шиғырҙары, шулай уҡ һуғыштың бар ғазаптарын татыған һалдаттарҙың фронт хаттары, хәтирәләре яңғыраясаҡ.