Проекттың авторы, скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчуктың белдереүенсә, образды киңлек ярҙамында һынландырыу һирәк ҡулланыла торған ҡатмарлы алым. Шулай ҙа, был осраҡта ул үҙен тулыһынса аҡлай. Оло инәй, кескәй Кендек, яралы һалдат, аттар өйөрө һәм башҡа детальдәр шағир образын тулыраҡ һынландырырға ярҙам итәсәк. Уның тыуған еренә, кешеләргә, тәбиғәткә һөйөүен күрһәтәсәк. Композицияла шағирҙың ҡулъяҙмалары ла мөһим урын аласаҡ. Монументаль проекттың төп өлөшө -Мостай Кәримдең һынын автор әлегә бер кемгә лә күрһәтмәй. Оҙон ғүмер юлы үткән, халыҡ һөйөүен яулаған шағирҙың һынын тамашасы бар бөйөклөгөндә күрергә тейеш, ти скульптор.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите