Мукан Түлебаев исемендәге Халыҡ-ара опера фестивале

Мукан Түлебаев исемендәге Халыҡ-ара опера фестивале
5 июндә Төркиәнең Самсун ҡалаһында «Төрксойҙың опера көндәре» тип исемләнгән 16-сы халыҡ-ара фестиваль башланды. Был юлы ул бөйөк ҡаҙаҡ композиторы Мукан Түлебай иҫтәлегенә арнала. Халыҡ-ара Төрксой ойошмаһы тарафынан 2013 йыл тап ошо ижадсыға бағышланды. Әйткәндәй, был турала 2012 йылдың сентябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үткән Төрксой ойошмаһы ағзалары ултырышында ҡарар ҡылынды. Быйыл фестивалдә 8 төрки дәүләттән 12 опера солисы ҡатнаша. Улар Мукан Түлебаев һәм донъя классикаһынан ариялар башҡара. Башҡортостан данын Любовь Буторина менән Закир Вәлиев яҡлай. Фестиваль Самсун ҡалаһында асылды. Артабан опера йондоҙҙары ҡара диңгеҙ яры буйлап урынлашҡан ҡалалар Орда, Гиресун һәм Трабзонда сығыш яһаясаҡ. Фестиваль программаһына ярашлы төрки дәүләттәрҙең опера йырсыларын Анкара тамашасылары ла көтә. Ҙур байрам Төньяҡ Кипрҙың Гирне ҡалаһында тамамланасаҡ.
Автор: Зөлфиә Рәхмәтуллина

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb