Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Музейҙар төнө-2012» акцияһы үтте
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 21 май 2012
«Музейҙар төнө-2012» акцияһы үтте
Музейға йөрөүе бик файҙалы һәм фәһемле. Тик музейҙар көндөҙ генә эшләй шул... Ә шулай ҙа, унда төнөн дә йөрөргә була икән! 19 майҙан 20- нә ҡарай киске сәғәт 6-нан таңғы 4-кә тиклем «Музейҙар төнө-2012» акцияһы уҙғарылды.
Был акция Европаның 42 илендә үткәрелә. Унда йыл һайын 2 меңгә яҡын музей ҡатнаша. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Красноярскиҙа башлап ебәргәндәр. Ә инде 2007 йылда халыҡ-ара акцияға Мәскәү ҙә ҡушылды.
Өфөлә үҙенсәлекле акция икенсе йыл ойошторолдо. Маҡсаты — музейҙарға күберәк халыҡты йәлеп итеү. Шуны ла әйтергә кәрәк: акцияла баш ҡаланың 10 музейы ҡатнашты һәм был осорҙа музейҙарға инеү бушлай булды.
Баш ҡалала үткән «Музейҙар төнө-2012» акцияһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Республика Хәрди Дан музейы, «Мираҫ» художество галереяһы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы экспозициялары менән танышты.
Быйылғы сарала һәр музей үҙенең программаһын тәҡдим итте. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Атай-олатайҙар һуҡмағынан» (башҡорт халҡының этнографияһына арналған уйындар), «1812 йылғы Ватан һуғышы», «Һуғыш йылдары йырҙары» викториналары, «Еңеү яҙы», «Хазина эҙләү», «Археологка ярҙам ит» кеүек мауыҡтырғыс программалар әҙерләгәйне.
Милли әҙәбиәт музейы ла байрамға ентекле әҙерләнгән. Балалар ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы. Улар өсөн дә махсус конкурстар ойошторолдо.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө