Мәрйәм Бураҡаеваның пьесаһы халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

Мәрйәм Бураҡаеваның пьесаһы халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

Конкурс бидәле театр эшмәкәре, журналист, яҙыусы Халдун Танерҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Ижади бәйгелә 2 тиҫтәгә яҡын илдән 100-ҙән ашыу әҫәр ҡатнаша.

Донъяның төрлө мөйөштәренән килгән эштәр араһынан 5 әҫәр- Башҡортостан, Ҡаҙағстан-Уйғыр, Әзербайжан, Ғағауыз, Төркмәнстан яҙыусыларының ижад емештәре еңеүсе тип табыла. Республиканан абруйлы исемлеккә Мәрйәм Бураҡаеваның «Күләгә» пьесаһы эләккән. Әҫәр золом ҡорбандары хаҡында булһа ла унда тәрбиә проблемаһы ла мөһим урын биләй.Сөнки болғаныштар мәлендә ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн әхлаҡи ҡанундарҙан тайпылыусылар ҙа була. Әммә тормошта һәр бер хата, яңылышлыҡтар өсөн яуап бирергә тура килә.
Яҙыусы,педагог,йәмәғәт эшмәкәре,эшҡыуар Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы 1943 йылдың 27 мартында Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуған. Ошонда урта мәктәпте тамамлағас,Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ журналислыҡ,уҡытыусылыҡ,яҙыусылыҡ эштәре аралашып бара. 

Яҙыусылар Союзы ағзаһы. «Һүнмәҫ нурҙар», «Шишмә», «Аҡ балыҡ», «Көҙгө ысыҡ», «Арғымаҡ» китаптары, башҡорт мәктәптәренең 1-10 класс уҡыусылары өсөн «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb