Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәшһүр бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсинаға 70 йәш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 10 май 2012
Мәшһүр бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсинаға 70 йәш
Үҙенең профессиональ оҫталығы, нәзәкәтлелеге менән бөтә донъяла дан ҡаҙанған мәшһүр бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсинаға 70 йәш тула. Бөгөн дә ҡарап туйғыһыҙ сибәр, ә сәхнәгә сыҡһа, әле булһа йәшлек дәртен, һөнәри оҫталығын юғалтмаған күренекле сәнғәт йондоҙона һоҡланмаған кеше юҡ.
Ул 1942 йылдың 10 майында Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.
Рәшиҙә Туйсина 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғланды ишетеп ҡала. Конкурста ул үҙе яратып бейегән «Заһиҙә»не башҡара. Ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеүе сәнғәтенең ынйыһы буласағын төҫмөрләй һәм ансамблгә саҡыра.
1968 йылда Рәшиҙә Туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивалдән Рәшиҙә Туйсина алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә. Артабан бейеүсене Мәскәүҙең Кремль һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һ.б. илдәр тамашасылары алҡышлай. Башҡорт бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә күтәргәне өсөн Рәшиҙә Туйсинаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хеҙмәткәрҙәре исеменән Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙын тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Күркәм юбилейын ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылаған гүзәл ханымға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, тағы ла оҙон ғүмер, ғаилә именлеге һәм киләсәктә лә йәш, матур булып ҡалыуын теләйбеҙ!
11 майҙа киске сәғәт 7-лә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында мәшһүр сәнғәт оҫтаһы Рәшиҙә Туйсинаның юбилей кисәһе уҙғарыла. Билеттар ҡала кассаларында һатыла. Кисәлә танылған йырсылар, бейеүселәр һәм башҡа күренекле сәнғәт оҫталары ҡатнаша.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө