Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Мәскәү — Васютки» спектаклен «Туғанлыҡ» фестивалендә күрергә мөмкин
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 03 сентябрь 2012
«Мәскәү — Васютки» спектаклен «Туғанлыҡ» фестивалендә күрергә мөмкин
Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры «Туғанлыҡ» фестивалендә «Мәскәү — Васютки» спектаклен тәҡдим итә. Күренекле драматург Флорид Бүләковтың был пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин. Былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған “Башҡорт драматургияһы" фестивалендә "Мәскәү — Васютки" спектакле "Иң яҡшы режиссура" номинацияһында еңеү яулағайны.
Был спектакль үтеп барған ғүмер тураһында.
Онотолған станциялағы тәгәрмәсһеҙ иҫке вагонда ҡарт менән ҡарсыҡ йәшәй. Уларҙың һигеҙме, туғыҙмы балаһы бар. Дөрөҫөрәге, алтынсыһының исемен иҫләмәйҙәр. Үткәндәргә сәйәхәт ҡылып, балаларының исемдәрен хәтерләп ҡарайҙар. Бер-береһенә үпкәләп тә алалар. Ҡарт балаларын ата-әсәһен онотоуҙа ғәйепләй, ә ҡарсыҡ, һәр әсә кеүек, уларҙың мәшәҡәттәре күплегенә һылтанып, яҡлап маташа...
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, спектаклдең режиссеры Азат Йыһаншин, төп ролдәрҙе башҡарған Башҡортостандың халыҡ артистары Миңниса менән Филарит Бакировтар һәм спектаклдең рәссамы Альберт Нестеров Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителделәр.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө