Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәскәүҙе лә йылмайта
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Мәскәүҙе лә йылмайта
Халыҡ-ара көлкө көнө алдынан Мәскәүҙә күренекле башҡорт сатирик яҙыусыһы, шағир-юморист Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе булды. Баш ҡаланың тарихи Ростовтар йортонда уҙғарылған был күңелле сараға Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары, шағирҙары, йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, журналистар, үҙәк матбуғат мөхәррирҙәре, ижади союздар етәкселәре килгәйне.
Халыҡ-ара яҙыусылар союздары берләшмәһе рәйесе, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Иван Переверзин, кисәне асып:
– Беҙҙең киң илебеҙҙә тәжрибәле яҙыусылар һәм шағирҙар күп. Ләкин улар араһында Мар. Сәлим кеүек тотош Рәсәй проблемаларын ҡыйыу күтәргән сатириктар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ил әҙәбиәтенә индергән ҙур хеҙмәте өсөн ул халыҡ-ара ойошмабыҙҙың иң юғары бүләгенә – Почет грамотаһына – лайыҡ булды, – тине.
Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйестәше, Мәскәү яҙыусылары ойошмаһы етәксеһе Владимир Бояринов, Марсель Сәлимовтың халыҡ-ара әҙәби йыйындарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләп:
– Сағыу сығыштары менән ул сит илдәрҙә башҡорттоҡон ғына түгел, ә бөтөн Рәсәй әҙәбиәтенең мәртәбәһен күтәрә, – тине һәм яҙыусы-сатирикка В. В. Маяковский орденын тапшырҙы.
Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Марсель Сәлимовтың “Һәнәк” журналындағы фиҙакәр хеҙмәте хаҡында һөйләне һәм уға парламенттың “Алтын ҡәләм”ен бүләк итте.
Юмористың ижадына шулай уҡ Рәсәй Журналистар союзы секретары Тимур Шафир, Мәскәү Журналистар ойошмаһы етәксеһе Леонид Речицкий, Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы президенты, профессор Виктор Никеров, академик Тельман Әминев, яҙыусылар Йәмил Мостафин, Ринат Мөхәммәҙиев, Виктор Кирюшин, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге етәкселәре, илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ баһа бирҙе. Мәскәү эстрада артистары Мар. Сәлимдең скетчын уйнап күрһәтте. Лев Толстой романындағы Наташа Ростова бейегән иҫтәлекле залда Мәҙинә Илһамова башҡарыуында башҡорт халыҡ көйҙәре яңғыраны. Күренекле урыҫ шағирҙары Николай Переяслов менән Иван Тертычный Мар. Сәлимдең яңы шиғырҙарын үҙ тәржемәләрендә уҡыны. Башҡорт юморисының үҙенең сығышы ла көслө алҡыштарға күмелде.
Көлкө оҫтаһының ижад кисәһен Халыҡ-ара яҙыусылар союздары берләшмәһе рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары, билдәле урыҫ яҙыусыһы һәм кино актёры Юрий Коноплянников алып барҙы.
Ошо уҡ кисәлә Марсель Сәлимовҡа сатира һәм юмор жанрында уңышлы эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Яҙыусылар союзының Почёт грамотаһы тапшырылды.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө