Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәскәүҙә башҡортса шаяндар һәм тапҡырҙар клубы ярышы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Мәскәүҙә башҡортса шаяндар һәм тапҡырҙар клубы ярышы үтте
Рәсәйҙең баш ҡалаһында бындай сара ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Әүҙем йәштәр тыуған ерҙәренән ситтә лә юғалып ҡалмай.
Ҡыҙыҡлы уйын Орджоникидзе исемендәге Рәсәй геологик эҙләнеүҙәр университетының тамашалар залын гөрләтте. Шаянлыҡҡа һәм тапҡырлыҡҡа дүрт команда көс һынашты. Баймаҡ районынан баш ҡалала белем алыусы студенттар «Ҡаймаҡ» исемле команда төҙөнө. Башҡа район студенттары иһә «Үәт, әй, теүәтәй» һәм «Башмикс» командаларына бүленде. Ә ағалы-һеңлеле Миләүшә менән Фидан Әбсалиҡовтар икәүләп «М-Мдемс» командаһы аҫтында берләште.
«М-Мдемс»тар ысынлап та, һынатманы. Фидандың актерлыҡ һәләте тамашасыларҙы тәүге сығыштан уҡ ихлас көлөргә мәжбүр итте. Һөҙөмтәлә улар беренсе урынға лайыҡ булды. Быйылғы ярыш ҡатнашыусыларҙан күп көс талап итте. Айырыуса, видеофильмдарҙан өҙөктәрҙе башҡортсаға тәржемә итеү үҙенсәлекле булды. Был төр буйынса «Ҡаймаҡ» командаһы ал бирмәне. Йыйырға мөмкин булған дүрт бал урынына жюри ағзалары уларға 6 бал ҡуйҙы. Шулай итеп «Ҡаймаҡ»тар Гран-при яуланы. Исеме-есеменә яуап бирә тигәндәй, улар тамашасыларға ысынлап та, бер стакан ҡаймаҡ бүләк итте. Ә «Башмикс» менән «Үәт, әй, теүәтәй» командалары икенсе-өсөнсө урындар менән ҡәнәғәтләнде.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Гөлназ Ғәлимуллинаның фотокүргәҙмәһе асыла
Кесе йома, 26 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Донъя операһы йондоҙо Әлфиә Кәримова Өфө тамашасыһына яҙғы концерт бүләк итә
Шишәмбе, 24 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Дуҫтар» ансамбленең джаз мираҫын хәҙер һанлы форматта тыңларға мөмкин
Шишәмбе, 24 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө