Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 03 июль 2012
Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ
Илебеҙҙең баш ҡалаһында ҙур һабантуй уҙҙы. Унда яҡынса 10 мең кеше йыйылды. 1990 йылдарҙан башлап Мәскәүҙең төрлө парктарында үткәрелгән был байрам «Коломенское» дәүләт музей-ҡурсаулығында быйыл икенсегә ойошторолдо. Байрамды асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм Мәскәү ҡала Думаһы Рәйесе Владимир Платонов ҡатнашты. Улар Башҡортостан менән Татарстан Президенттарының, шулай уҡ Мәскәү мэрының сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Константин Толкачев сығыш яһап, Мәскәү етәкселегенә байрам ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе, ҡала Хөкүмәтенең төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнеш департаменты етәксеһе Юрий Артюхҡа күп милләтле дәүләттең баш ҡалаһында йәшәгән халыҡтарҙың иң яҡшы мәҙәни йолалары һаҡланған өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы. Башҡортостан парламенты башлығы Рәсәйҙең 53 төбәгендә һәм донъяның 25 илендә һабантуйҙар үткәрелеүен, быйыл был байрамдың 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенең 200 йыллығы менән бәйле булыуын билдәләне.
— «Төньяҡ амурҙары»ның ҡаһарманлығы менән 200 йыл элек Мәскәү Кремле һаҡлап ҡалынды, шуға күрә быйылғы һабантуйҙа башҡорт яугирҙәре оло ихтирам менән иҫкә алынды, — тине ул.
Башҡортостан, Татарстан һәм Мәскәү артистары ойошторған тамашала башҡорт яугирҙәренең батырлығы сағылды. Һабантуйға улар ҙур концерт әҙерләгәйне. Стәрлетамаҡ һәм Асҡын райондары вәкилдәре музей-ҡурсаулыҡ биләмәһендә тирмә ҡорҙо, ҡунаҡсыл башҡорт һылыуҙары халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын күрһәтте. Байрамға килеүселәргә «Башҡортостан» һәм «Һабантуй-2012» тип яҙылған сувенирҙар таратылды. Һәр ерҙә ярыштар гөрләне, уйын-көлкө яңғыраны: көрәш, тоҡ кейеп йүгереү, бағанаға менеү, тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартыу, күҙҙе бәйләп көршәк ватыу. Халыҡ кәсепселек әйберҙәрен ҙур теләк менән һатып алды, милли ризыҡтарҙан, тәм-томдан ауыҙ итте.
Йыл һайын үткәрелгән байрамды башҡорт һәм татар яҡташтарыбыҙ ғына түгел, тотош Мәскәү халҡы түҙемһеҙлек менән көткән икән. Тәбиғи, был сара милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡ өлгөһөн сағылдыра. Һабантуй майҙаны ырыуҙаштар менән осрашыу, туған телдә аралашыу, таныш моңдарҙы тыңлау урынына әүерелеп, күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сығанаҡ:
«Башҡортостан» гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө