Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында «Мин – Башҡортостандан» исемле концерт үтте. Был әһәмиәтле мәҙәни сарала БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Сарала шулай уҡ, Башҡортостандың иң популяр йондоҙҙары Айҙар Ғәлимов, Иҙрис Ғәзиев, Фидан Ғафаров, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм сығышы менән республиканан булған артистар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Концертта башҡорт, рус, татар телдәрендә йырҙар яңғыраны. Сара сиктәрендә – «Мәрхәмәт» шәфҡәтлелек фондының презентацияһы ла үтте. Башҡортостандар Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙға һәм мәскәүҙәргә онотолмаҫ байрам бүләк итте. Бынан тыш — республикабыҙҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы бай йөкмәткеле күргәҙмә менән һөйөндөрҙө. Баш ҡаланың Кремль һарайына аяҡ баҫыусылар Башҡортостандан килгән балдан, ҡымыҙҙан, ит һәм һөт ризыҡтарынан ауыҙ итте.