Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәскәүҙә һабантуй быйыл 30 июндә үтәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 27 июнь 2012
Мәскәүҙә һабантуй быйыл 30 июндә үтәсәк
Башҡорт халҡы элек-электән ҡыр эштәрен тамамлағандан һуң, һабан туйына йыйылып, киләсәккә яңы бурыстар ҡуйған, баҫыу батырҙарын билдәләгән, киләһе уңышҡа әҙерләнгән. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола, үҙенең мәртәбәһен юғалтмай, оҙаҡ йылдар дауамында һәр ауылда, һәр ҡалала тиерлек үткәрелә. Башҡортостанда ла баҫыу эштәре тамамланыу менән һабантуйҙар ойошҡан рәүештә шау-гөр килеп үтте, быйыл бындай халыҡ байрамдары Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә ойошторолдо. Туған йолаларға, йыр-моңға һыуһаған милләттәштәр был байрамда теләп ҡатнаша.
Мәскәүҙә лә һабантуй ойоштороу матур йолаға әйләнде. Рәсәйҙең Баш ҡалаһында үтәсәк һабантуй быйыл 30 июнгә тәғәйенләнгән. Төп саралар ҡаланың һынлы сәнғәт һәм тарих үҙәгендә, шулай уҡ Коломенск тәбиғәт музейында үтәсәк. Һабантуйҙа Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының башҡорт тирмәһендә булып, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеп, халыҡ кәсептәренең ҡул эштәре менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Байрамға бай программа әҙерләгән, Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының ҙур концерты буласаҡ. Шулай уҡ ат ярыштары, милли көрәш буйынса бәйгеләр уҙғарыла.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө