Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәскәүҙәр байрам итте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 30 июнь 2014
Мәскәүҙәр байрам итте
Илдең баш ҡалаһындағы “Коломенск” музей-ҡурсаулығында һабантуй гөрләп үтте. Был милли байрамды Башҡортостан һәм Татарстан республикалары етәкселеге, Мәскәү Хөкүмәте берлектә ойошторҙо.
Мәскәү был көндә йыр-моңға күмелгәйне. Бигерәк тә халыҡ оҫталарының ҡул эштәре йәрминкәһендә сират ҙур ине. Ә инде таһыл егеттәрҙең ҡатнашлығындағы милли көрәш байрамдың төп тамашаһына әүерелде. Бүләктәре лә ниндәй һуң! Өфөнән килгән батыр Рөстәм Арыҫланов Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов инселәгән өр-яңы “Лада Гранта” автомобиленең асҡысын алып һөйөндө. Мәскәү егете Илдар Билалетдиновҡа иһә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов исеменән “Лада” машинаһы тапшырылды.
Мәскәү һабантуйында беренсе тапҡыр Ҡырымдан килгән ижади коллективтар ҙа сығыш яһаны. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуров белдереүенсә, милли байрамда ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта.
– Һабантуй – халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыусы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыусы милли байрам, – тип белдерҙе Артур Альберт улы. – Шуға ла мәскәүҙәр араһында ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Быйыл Башҡортостандың һәм Татарстандын билдәле сәхнә оҫталары бай концерт программаһы тәҡдим итте. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡып йөрөүсе студенттар ҙа улар менән берлектә сығыш яһаны.
Әйткәндәй, шаулап-гөрләп үткән һабантуйҙа яҡташтарыбыҙҙың – йырсы Нәзифә Ҡадированың, ҡурайсы Роберт Юлдашевтың, “Каруанһарай”, “Далан” төркөмдәренең – сығышын тамашасылар бик йылы ҡабул итте.
Автор: Гөлназ Хәсәнова.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө