Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуары, яңы спектаклдәр...

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуары, яңы спектаклдәр...
Республиканың төп милли сәнғәт усағы - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуары, яңы спектаклдәр менән журналистар менән осрашыуҙа театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, режиссер-ҡуйыусыһы Айрат Абушахманов, БР-ҙың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров таныштырҙы.
Башҡорт дәүләт академия драма театры 93-сө ижад миҙгелен 20 сентябрҙә Софоклдың "Эдип батша" трагедияһы менән асасаҡ. Мәңгелек кешелек ҡиммәттәре һәм кеше рухының көсө тураһындағы был спектакль театр репертуарында беренсе тапҡыр ғына түгел: 1919 йылда барлыҡҡа килгән башҡорт театры уны үҙенең беренсе ижади миҙгелендә үк уйнаған. Туҡһан йылдан һуң "Эдип батша"ның сәхнәгә кире ҡайтыуы ижади уңышҡа килтерәсәк, ти театр коллективы. Трагедияла төп ролде Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уйнаясаҡ.
Донъя кимәлендә танылыу һәм ихтирам яулаған данлыҡлы яҡташыбыҙ Рудольф Нуреевтың тормошо һәм ижады тураһындағы спектакль декабрь айында сәхнәгә сығасаҡ. 
- Әлегә спектаклдең драматургик нигеҙе юҡ, - тине театрҙың режиссер-ҡуйыусыһы Айрат Абушахманов. - Был билдәле бейеүсе тураһында Азат Абдуллиндың ғына әҫәре бар, әммә уның менән танышҡандан һуң, был пьесаның беҙ сәхнәлә күрһәтергә теләгән уйҙар менән тап килмәүен аңланыҡ. Шуға ла спектакль бейеүсенең биографияһындағы факттарҙан сығып ҡороласаҡ. Әлбиттә, драматик театрҙа Нуреевтың биографияһын күрһәтеп булмай - уның бейеүен бер актер ҙа ҡабатлай алмаясаҡ. Моғайын да, был исемде символ итеп алып, уның аша һөнәргә тоғролоҡто сағылдырырға тырышырбыҙ. 
Киләһе миҙгелдә театр һөйөүселәрҙе тағы ла күп яңылыҡтар көтә. Мәҫәлән, Таңсулпан Ғарипованың "Ҡара юрға" халыҡ йыры нигеҙендә яҙылған спектакле мюзикл жанрында тәҡдим ителәсәк. Литва режиссеры Линас Зайкаускас Сыңғыҙ Айтматовтың "Аҡ пароход" әҫәре буйынса спектакль ҡуясаҡ. Бынан тыш, Флорид Бүләковтың "Хыял диңгеҙе" пьесаһы буйынса эш башланған. 
- Башҡорт театры һәр саҡ теле, тасуири саралары, актерҙың ролдә ихлас йәшәй белеүе менән айырылып тора ине. Бөгөн ошо мәктәпте кире тергеҙеү һәм йәш актерҙарҙы уның менән таныштырыу маҡсатында Островскийҙың "Бесприданница" әҫәре өҫтөндә эшләй башланыҡ, уның премьераһы 15-16 ноябрҙә буласаҡ, - тине киләсәккә пландар менән таныштырып театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов. 
Был вазифаға яңыраҡ ҡына тәғәйенләнгән Олег Закир улы Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" әҫәренә заманса тел менән кире ҡайтыу ҙа театр өсөн мөһим ваҡиға буласаҡ, тип иҫәпләй. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb