Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Мәғрифәтсе ижадына ҡыҙыҡһыныу кәмемәй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 16 декабрь 2011
Мәғрифәтсе ижадына ҡыҙыҡһыныу кәмемәй
Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре йылдан-йыл киңерәк билдәлелек яулай. Быйыл да республикабыҙға Болгария, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан күп ҡунаҡтар килде.
Ошо көндәргә арналған сараларҙың береһе – Аҡмулланың ижады буйынса Интернет-олимпиада Башҡорт дәүләт педагогия университетында V — VIII һәм IХ — ХI класс уҡыусылары өсөн уҙғарылды.
– Конкурста ҡатнашыусыларҙың беҙ көткәнгә ҡарағанда ла күберәк булыуы хайран итте, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың сәсәндең ижадын яҡшы белеүе шатландырҙы, – ти доцент, филология фәндәре кандидаты Ғәлимә Ғәлина.
V — VIII класс уҡыусылары араһында еңеүселәр түбәндәгеләр: беренсе урын Архангел районының Убалар урта мәктәбенән Фидан Янышевҡа бирелде. Әлиә Хәйруллина (Әлшәй районының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы) менән Азалия Буранбаева (Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге гимназия) икенсе урындарҙы бүлеште. Алина Ғилметдинова (Баҡалы районының Баҡалылағы 1-се мәктәбе), Артур Мансуров (Ейәнсура районының Ҡужанаҡ мәктәбе), Азамат Ибраһимов (Балаҡатай районының Әшәй мәктәбе) һәм Айсыуаҡ Баязитов (Белорет районының Ғәбдөк мәктәбе) өсөнсө урынға сыҡты.
IХ — ХI класс уҡыусылары айырыуса ныҡ әҙерләнгән. Нефтекама ҡалаһының 7-се мәктәбенән Ксения Овечкина береһен дә уҙҙырманы. Шулай уҡ Сибай ҡала гимназияһынан Сыңғыҙ Ишморатов, Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбенән Арсен Әхмәҙин, Илеш районының Ябалаҡ мәктәбенән Альбина Мөхәмәҙуллиналар һынатманы. Ә Регина Рәхмәтуллина (Учалы районының Мулдаҡай мәктәбе), Айгөл Хурамшина (Өфө ҡалаһының 140-сы башҡорт гимназияһы), Ленара Әминева (Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбе), Аида Аҡъюлова (Баймаҡ районының Аҡморон мәктәбе) – өсөнсө урында.
Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған Интернет-олимпиада бөйөк мәғрифәтсенең ижадына ҡыҙыҡһыныуҙың ғәйәт ҙур икәнлеген иҫбатланы. И. Мөхәмәтов
«Башҡортостан»
гәзитенән
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө