Мәҙәни усаҡтар һүнмәһен

Мәҙәни усаҡтар һүнмәһен
Илеш халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында һәр ауылда тиерлек мәҙәниәт йорто эшләп килә. Ниндәй генә ауыр финанс шарттары булыуға ҡарамаҫтан, береһе лә ябылмаған. Мәҙәниәт йорттарында буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн йыр, бейеү, баян, фольклор, вокал, театр, шашка, шахмат, теннис, бильярд түңәрәктәре эшләй. Унда теләге булған һәр кем йөрөй ала. 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда күптәр өйҙә телевизор йәки компьютер алдында ғына ултыра. Йәштәрҙең мәҙәнилеге, рухиәте шулар аша һалына һәм формалаша. Нәфис әҙәбиәт уҡыу тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Хатта ҡайһы берәүҙәрҙән «китап уҡыу – ваҡытты бушҡа үткәреү» тигән фекер ҙә ишетергә тура килә. Йәштәр ҡаса-боҫа тәмәке тартыу, һыра эсеүҙе хуп күрә. Был насар юлды һайлағансы, улар мәҙәниәт йорттарына йөрөһөн ине. Мәҙәни усаҡтар һүнмәһенХалыҡтың рухи байлығын үҫтергән, мәҙәниәтле иткән берҙән-бер ойошма – мәҙәниәт йорто. Ә унда бары тик үҙенең хеҙмәтен яратҡан, киләһе быуын яҙмышы өсөн борсолған, уларға тәрбиә бирергә тырышҡан кешенең эшләүе яҡшы
Мин быны Иҫке Ҡырғыҙ ауылының мәҙәниәт йорто мөдире Ринат Мәжитовтың хеҙмәте аша дәлилләгем килә. Талантлы һәүәҫкәр композитор, оҫта музыкант, моңло йырсы һәр эшен күңелен биреп, еренә еткереп башҡара. Ошо ауылда Сәмиға менән Имамнур Мәжитовтарҙың биш балалы ишле ғаиләһендә донъяға килгән. Уның музыкаға булған һәләте бала сағынан асыла, уҡырға ингәнсе үк тальян гармунда уйнарға, Үрге Йәркәйҙәге музыка мәктәбендә ноталар өйрәнә.
Андреевка урта мәктәбен уңышлы тамамлап, 1978 йылда хеҙмәт юлын ауыл клубында башлай. Артабан Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. 1982 йылда тыуған ауылына ҡайтып, клуб мөдире итеп тәғәйенләнә. Шул көндән алып ошо ауыр йөктө 33 йыл үҙ иңендә тарта. Халыҡты мәҙәниәтле итеү күп ихтыяр көсө, ваҡыт талап итә. Ул бер йыл эшләгәс тә, бәхетенә күрә, колхоз рәйесе булып Ревенер Йөҙөкәев килә. Йәш рәйес мәҙәниәттең хәл-торошон дөрөҫ аңлай: заманы өсөн бик ҙур хаҡҡа (12 мең һумға) музыкаль аппаратура алып бирә. 33 меңлек төрлө милләт кейемен тектерә. 
Бер туған ҡустыһы Мират менән килене Фәйрүзә лә ошо уҡ училищены тамамлап ҡайта. Мират ауыл Советында йәштәр комитетына етәкселек итә. Фәйрүзә китапханала эшләй. Икеһе лә бик матур бейей, йырлай. Улар — мәҙәни сараларҙы ойоштороуҙа ағаларының ышаныслы таянысы ла. Береһе “Илеш һандуғасы” конкурсында дипломант исемен яулаһа, икенсеһе “Илеш тауыштары”нда шундай уҡ исемгә лайыҡ була.
Ринаттың тырышлығы менән Иҫке Ҡырғыҙ ауылының мәҙәниәт йорто районда иң алдынғыларҙан һанала. Йәш, дәрте ташып торған егеткә ауыл халҡы ла ярҙам итеп тора. Бигерәк тә Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәктәп директоры С. Мулләхмәтов төрлө яҡлап ярҙам күрһәтте, тип иҫкә ала Ринат Мәжитов. 
Ринатты яҙмыш сәнғәткә ғашиҡ Зәлимә менән парлай. Ул да матур йырлай, бейеүгә лә оҫта. Иҫке Ҡырғыҙ ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Улар үҙ көстәре менән күркәм йорт төҙөп инәләр. Эргәһендә хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн киоск та асҡандар. Матурлыҡҡа ғашиҡ музыкаль ғаиләлә ике бала үҫә. Улдары Артур Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының бейеү бүлеген тамамлай. Бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Лариса Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала.
Мәктәп, китапхана, клубтың бер бинала урынлашыуы бик уңайлы, белем усағындағы бер генә сара ла Ринаттың ярҙамынан башҡа уҙмай. Ул — һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙәр юлында булған, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ихлас, тырыш, һәр эштән йәм табып йәшәй белгән шәхес. Ошонда уҡ урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттарға, файҙалы материалдарға бай. Музейҙы ойоштороуға ла күп көс һала ул. 
Бөгөн Ринат Мәжитов әҙерләгән концерт программалары ауылдаштарын, райондаштарын ғына түгел, күрше төбәк тамашасыларын да һөйөндөрә. Ул етәкләгән «Ағиҙел таңдары» фольклор ансамбле Нефтекама ҡалаһында IV халыҡ-ара «Берҙәмлек» фольклор фестивалендә лауреат дипломына эйә була. Бейеү, театр түңәрәктәре ағзалары төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Республиканың Мәҙәниәт министрлығының, профсоюздарҙың өлкә комитетының, район хакимиәтенең, район мәҙәниәт бүлегенең күп һанлы маҡтау грамоталарына, дипломдарына эйә булыу – Ринат Имамнур улының тынғыһыҙ хеҙмәт емеше һөҙөмтәһе.
Ғүмерен ижадҡа бағышлап, кешеләргә рухи аҙыҡ өләшкән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ринат Мәжитовтың эшмәкәрлеге ҙур ихтирамға һәм маҡтауға лайыҡ. Уның уңыштарына һөйөнөрлөк, сөнки хәҙер күп кенә ауылдарҙа клубтар бөтөнләй асылмай. Матур кисәләр тураһында һөйләйһе лә юҡ. Ә бит йөрәктәре янып, дәрттәре ташып торған йәштәрҙең берҙән-бер осрашып һөйләшер урыны – ауыл клубы! Ундағы һәр мәҙәни сара — күпмелер дәрәжәлә тәрбиә биреү өлгөһө. 
Иҫке Ҡырғыҙ мәҙәниәт йорто етәкселегенең эш миҫалына башҡалар ҙа эйәрһен ине, сөнки таланттарҙың күпселеге ауылдан сыға. Сәхнәләрҙе береһенән-береһе күңеллерәк саралар биҙәһен, ә ауыл эшсәндәренең рухы бай, күңеле көр булһын ине.
Автор: Элена БАТЫРХАНОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb